2026 йылда БДИ фәндәренең береһен ҡабаттан тапшырыу хоҡуғы һаҡлана
Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт 2026 йылғы имтихан кампанияһына БДИ предметтарының береһен ҡабаттан тапшырыу хоҡуғын һаҡлап ҡала. Был хаҡта ведомство башлығы Анзор Музаев хәбәр итте.
«Был башланғыс һаҡлана, ул хәҙер даими рәүештә», — тип уның «Рәсәй бөгөн» халыҡ-ара мультимедиа матбуғат үҙәгендә уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙағы әйткән һүҙҙәрен килтерә РИА Новости агентлығы.
Анзор Музаев әйтеүенсә, ҡайтанан тапшырған ваҡытта өҫтәмә предметтар индереү планлаштырылмай. Быға мохтажлыҡ юҡ, тип өҫтәне ул.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостан уҡыусылары 3 декабрҙә йомғаҡлау иншаһын яҙа.