Республика мәктәптәренә рекордлы һанда автобустар һәм еңел машиналар тапшырылды26.08.2025
Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре

Республика мәктәптәренә рекордлы һанда автобустар һәм еңел машиналар тапшырылды

Бөгөн «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығында асҡыстар тапшырыу тантанаһы үтте.

«Бөгөн республиканың ауыл һәм ҡала мәктәптәре директорҙарына 200-ҙән ашыу автобус һәм еңел автомобиль тапшырҙыҡ. Илебеҙ машиналары федераль һәм республика бюджеттары аҡсаһына һатып алынған.


Яңы мәктәп автобустары — көн һайын мәктәпкә йөрөгән балаларыбыҙ өсөн өҫтәмә уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек. Беҙ быны яҡшы аңлайбыҙ, шуға күрә автопаркты яңыртыу эшен өҙлөкһөҙ алып барабыҙ. 2019 йылдан алып беҙҙең мәктәптәргә 900-гә яҡын яңы автобус тапшырылды. 


Уҡыусыларҙы, уларҙың ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларын яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлайым. Мәктәп автобустары водителдәренә үтә мөһим хеҙмәте, балаларыбыҙға яҡшы мөнәсәбәте өсөн рәхмәт белдерәм», — тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.


https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-08-26/shkolam-bashkirii-peredali-rekordnoe-kolichestvo-avtobusov-i-legkovyh-mashin-4361420



Вернуться назад