1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә «Тыуған яҡ тарихы» курсы индерелә25.08.2025

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә «Тыуған яҡ тарихы» курсы индерелә

Мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин оператив кәңәшмәлә көтөлгән яңылыҡтар тураһында һөйләне.

Министр һүҙҙәренсә, 1 сентябрҙән «Тыуған яҡ тарихы» тигән яңы уҡыу курсы, берҙәм дәрес планлаштырыу һәм дәрестәр теҙмәһе индерелә, контроль эштәр һаны кәмей. Бынан тыш, көҙгө, ҡышҡы һәм яҙғы каникулдарҙың датаһы билдәләнгән.


«Яңы уҡыу йылы сифатлы белем алыу өсөн тулы мөмкинлек бирер, үҫеп килгән быуында патриотик аң формалаштырыу өсөн мөһим этап булыр тип ышанам», — тине Илдар Мәүлитбирҙин.


Билдәле булыуынса, яңы уҡыу йылына Башҡортостан 200-ҙән ашыу яңы мәктәп автобусы алырға тейеш.


https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-08-25/v-novom-uchebnom-godu-v-shkolah-bashkirii-vvedut-kurs-istoriya-rodnogo-kraya-4360468



Вернуться назад