1 сентябрҙән 5-7-се кластар яңы тарих дәреслектәренән уҡый башлай
Был хаҡта дәүләт тарих дәреслектәре өсөн яуаплы секретарь Владислав Кононов хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, Рәсәй Мәғариф министрлығының яңы дәүләт линейкаһына күсеү ике йылға билдәләнгән. 2026-2027 уҡыу йылынан 8-9-сы кластар өсөн дәреслектәр индереү планлаштырыла.
«Бөтә дәреслектәр Федераль дәреслектәр исемлегенә ингән, мәктәп йәки төбәк быйылдан уҡ ошо дәреслектәргә күсергә мөмкин», — тип Владислав Кононовтың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.
Тарихты өйрәнеү 5-се класта Боронғо донъя тарихынан башлана, тип иҫкә төшөрҙө ул. 6-сы кластан уҡыусылар Дөйөм тарихты һәм Рәсәй тарихын эҙмә-эҙлекле өйрәнеүгә күсә.
Бөтә дәреслектәрҙә лә «Уҡытыусыға һәм уҡыусыға» тигән махсус бүлек һәм Рәсәй музейҙары сайттарына һылтанмалар менән «Килеп ҡарарға тәҡдим итәбеҙ» рубрикаһы бар.