Башҡортостанда сентябрҙә 45 меңгә яҡын беренсе класс уҡыусыһы мәктәпкә бара19.08.2025

Башҡортостанда сентябрҙә 45 меңгә яҡын беренсе класс уҡыусыһы мәктәпкә бара

Был иһә илдәге беренсе класс уҡыусыларының дөйөм һанынан 3%.

Рәсәйҙә 2025 йылда 1,5 миллион беренсе класс уҡыусыһы парта артына ултыра, 1 сентябрҙә бөтәһе 18 миллиондан ашыу бала мәктәпкә бара. Был турала төбәктәрҙең мәғариф ведомстволары етәкселәре менән Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә вице-премьер Дмитрий Чернышенко белдерҙе.


«1 сентябрҙә илебеҙҙә 18 миллиондан ашыу бала, шул иҫәптән 1,5 миллионға яҡын беренсе класс уҡыусыһы уҡырға бара. 28 субъектта 43 яңы мәктәп асыла», — тип уның һүҙҙәрен килтерә хөкүмәт аппаратының матбуғат хеҙмәте.


Республика мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сентябрҙә Башҡортостанда 45 мең самаһы беренсе класс уҡыусыһы мәктәпкә бара. Республикала йәмғеһе 500 меңдән ашыу уҡыусы яңы уҡыу йылын башлай.


Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостан БДИ һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды алды.


https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-08-18/v-bashkirii-v-sentyabre-v-shkolu-poydut-poryadka-45-tysyach-pervoklassnikov-4353016



Вернуться назад