Өфө уҡыусыһы Рәсәй йыйылма командаһы составында Ҡытайҙағы олимпиадала сығыш яһай
Пекинда 2-9 августа яһалма интеллект буйынса халыҡ-ара олимпиада (The International Olympiad in Artificial Intelligence — IOAI) үткәрелә.
Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында баш ҡаланың 58-се лицейының 11-се класын тамамлаған Тимур Ғарифуллин да бар, тип хәбәр иттеләр ҡаланың мәғариф идаралығынан.
Ярыштарҙың беренсе көнөндә квалификация этабында 61 илдән 70 команданың ҡатнашыуы билдәле. Беҙҙең команда биш сәғәт эсендә виртуаль робот өсөн алгоритм төҙөнө. Әлеге этап йомғаҡтары буйынса Рәсәй йыйылмаһы финалсыларҙың тәүге унау иҫәбенә инде. Улар Польшанан килгән дәғүәселәренән 5 секундҡа ғына ҡалышты һәм көмөш миҙал яуланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Тимур «Яһалма интеллект» профиле буйынса милли технологик олимпиадала еңеүсе булды һәм Сберуниверситетта Northern Eurasia OAI 2025 сиктәрендә уҡыу-күнекмә йыйындарына ҡатнашыуға саҡырылды.