Яҡташыбыҙ Рәсәйҙең иң яҡшы тәрбиәсеһе исеме өсөн көс һынаша07.08.2025
Фото: Башҡортостандың Мәғариф министрлығы

Яҡташыбыҙ Рәсәйҙең иң яҡшы тәрбиәсеһе исеме өсөн көс һынаша

«Рәсәйҙең йыл тәрбиәсеһе» Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсының йомғаҡлау этабы 2025 йылдың сентябрь-октябрь айҙарында үткәрелә.

Башҡортостандан федераль этапта Межгорье ҡалаһының 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ольга Алферова ҡатнаша. Быйыл яҙ ул «Башҡортостандың мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика конкурсында еңеү яуланы.


Республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, Ольга Алферова 19 йыл балалар баҡсаһында эшләй. Мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй, Башҡортостан мәғариф министрлыҡтарының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.


Министр Ольга Алфероваға финалда уңыштар теләне һәм республика халҡын уҡытыусыны социаль селтәрҙә лайктар һәм комментарийҙар менән дәртләндерергә саҡырҙы.


https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-08-07/pedagog-iz-bashkirii-poboretsya-za-zvanie-luchshego-vospitatelya-rossii-4341754



Вернуться назад