Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлөшөнә старт бирелде
Күләмле белем биреү проекты «Йәштәр һәм балалар» федераль милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
Бөгөн, 7 августа, Өфөлә 360 уҡыусыға һәм 250 йоҡо урынына иҫәпләнгән республика математика лицей-интернаты төҙөлөшөнә рәсми старт бирелде. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Күләмле белем биреү проекты «Йәштәр һәм балалар» федераль милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Мәктәп Менделеев урамындағы «Өфө Экспо» күргәҙмә комплексы эргәһендә төҙөлә. Унда 6-11-се класс уҡыусылары уҡый.
Сара башланыр алдынан республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов төҙөлөштөң дөйөм майҙаны 22 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итеүе хаҡында һөйләне. Алты ҡатлы бинала заманса уҡыу корпустары, спорт зонаһы, ашхана, китапхана була. Лицейҙы 2027 йылдың аҙағында – 2028 йылдың башында сафҡа индереү планлаштырыла.
«Был мәктәп кенә түгел, ә мәктәптә белем алыуҙың иң юғары нөктәһе. Лицейға тотош республиканан һәләтле балаларҙы йыйырға теләйбеҙ. Был фәнни кадрҙар, талантлы сығарылыш уҡыусылары әҙерләү урыны булырға тейеш. Президентыбыҙ ярҙам күрһәтмәһә, мәктәпте төҙөү мөмкин булмаҫ ине. Беҙ уға мөрәжәғәт иттек, Президент беҙҙең тәҡдимде тормошҡа ашырырға ҡушты, шуға күрә беҙ төҙөргә әҙер, аҡса бар, барыһы ла бар. Әйткәндәй, беҙҙең сығарылыш уҡыусыларының 40% берҙәм дәүләт имтиханында профилле математиканы һайлай. Был илдә иң яҡшы күрһәткес булып тора. Төҙөүселәрҙән сифатлы эш көтәбеҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Өфө ҡалаһы 93-сө физика-математика лицейының математика уҡытыусыһы, Башҡортостандың математика буйынса йыйылма командаһы тренеры Александр Столяров республика етәксеһенә математика лицейын төҙөү тураһында ҡарар өсөн рәхмәт белдерҙе.
2025 йылда Дыуан районының Мәсәғүт ауылы лицейын тамамлаған, математика буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабы призеры булған Виктор Ужегов лицей асылғандан һуң уҡыясаҡ балаларға изге теләктәрен еткерҙе.
Радий Хәбиров Александр Столяров һәм Виктор Ужегов менән 50 йылдан һуң асылырға тейешле киләсәк быуынға мөрәжәғәт менән капсула һалды.