Мәғариф министрлығы уҡыусылар өсөн берҙәм форма тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡты07.08.2025
Фото: «Башинформ» агентлығы архивы

Мәғариф министрлығы уҡыусылар өсөн берҙәм форма тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡты

Ата-әсәләрҙең һәм уҡыусыларҙың фекерен иҫәпкә алып, белем усаҡтары форманың төҫөнә һәм фасонына талаптар ҡуйырға мөмкин, тип белдерҙеләр ведомствола.

«Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы 2025 йылдың 1 сентябренән берҙәм мәктәп формаһын индерергә йыйынмай. Росстандарттың 2024 йылдың 31 авгусындағы 1155-се бойороғо менән етештереүселәр өсөн милли стандарттың дөйөм техник талаптары билдәләнде. Улар яңы уҡыу йылынан үҙ көсөнә инә. Стандартта Гост талаптарына ярашлы мәктәп формаһын тегеү өсөн параметрҙар яҙылған», — тиелә илдең Мәғариф министрлығы аңлатмаһында.


Бынан алдараҡ ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларында 1 сентябрҙән берҙәм мәктәп формаһын индереү тураһында мәғлүмәт баҫылып сыҡҡайны. 


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы уҡыу йылында Башҡортостанда мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында медицина ярҙамы күрһәтеү стандарттары үҙгәртелә.


https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-08-07/v-minprosvescheniya-oprovergli-informatsiyu-o-edinoy-forme-dlya-shkolnikov-4341125



Вернуться назад