Республика колледждарына 52 меңдән ашыу ғариза бирелгән
Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар крайы, Мәскәү өлкәһе һәм башҡа төбәктәр менән бер рәттән лидерҙар иҫәбенә инде.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика колледждарында ҡабул итеү кампанияһы барышы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгә 52 меңдән ашыу ғариза тапшырылған. Был һан артыр тип көтөлә, сөнки документтар ҡабул итеү 15 авгусҡа тиклем бара.
«Республикала колледждар менән ҡыҙыҡһыныусылар күбәйә, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Был иһә талап ителгән һөнәр алыу, яҡшы эш табыу мөмкинлеге. Йәштәрҙең теләге урта һөнәри белем биреү системаһының мөмкинлектәренә тап килһен өсөн күп көс һалабыҙ. Быйыл бюджет урындарын 2 меңгә арттырҙыҡ. Хәҙер 24 299 урын иҫәпләнә, күпселеге – көндөҙгө бүлектә».
Радий Хәбиров шулай уҡ «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» федераль проекты хаҡында һөйләне, уның сиктәрендә 2026 йылда республикала 27 урта һөнәри белем биреү кластеры булдырыла. Уларҙың һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урынды биләй.
«Колледждарҙы үҙ көсөбөҙ менән дә яңыртабыҙ. Уҡыу корпустарын һәм ятаҡтарҙы ремонтлау өсөн йыл һайын бюджетҡа 500 миллион һум аҡса һалабыҙ. Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: эшсе һөнәрҙәр һайлаған, производствола, ауыл хужалығында эшләргә теләге булған йәштәр заманса шарттарҙа йәшәргә һәм уҡырға тейеш», — тип яҙа ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хәҙер мәктәп тамамлаусылар документтарын Дәүләт хеҙмәттәре порталында «Юғары уҡыу йортона онлайн уҡырға инеү» сервисы ярҙамында тапшырырға мөмкин.