Башланғыс кластар өсөн аҙнаһына уҡыу сәғәттәре нормаһы билдәләнде23.07.2025
Фото: Олег Яровиков

Башланғыс кластар өсөн аҙнаһына уҡыу сәғәттәре нормаһы билдәләнде

Башланғыс класс уҡыусылары аҙнаһына 26 сәғәт кенә уҡырға тейеш, тиелә Рәсәйҙең мәғариф министрлығы документында.

Рәсәйҙең мәғариф министрлығы 1-4-се класс уҡыусыларының аҙнаһына нисә сәғәт уҡырға тейешлеген билдәләне.


2025 йылдың 1 сентябренән беренсе класта йөкләнеш күләме аҙнаһына 20-21 сәғәт, икенсе-дүртенсе кластарҙа 23-26 сәғәт тәшкил итәсәк. Яңы нормалар тураһында РИА Новости хәбәр итә.


Документҡа ярашлы, дүрт уҡыу йылында 5 көнлөк йәки 6 көнлөк уҡыу аҙнаһында дәрестәр һаны 2966 сәғәттән кәм һәм 3305 сәғәттән артыҡ була алмай.


Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостан мәктәптәрендә рухи-әхлаҡи мәҙәниәтте өйрәнә башлайҙар.


https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-07-23/dlya-nachalnyh-klassov-opredelili-normu-uchebnyh-chasov-v-nedelyu-4323085



Вернуться назад