Республика мәктәптәрендә рухи-әхлаҡи мәҙәниәтте өйрәнә башлайҙар22.07.2025

Республика мәктәптәрендә рухи-әхлаҡи мәҙәниәтте өйрәнә башлайҙар

Ҡарар федераль кимәлдә ҡабул ителгән. Был фән уҡыусыларҙа Рәсәйҙең традицион ҡиммәттәренә нигеҙләнгән ҡарашын формалаштырыуға булышлыҡ итергә тейеш, тип белдерҙеләр Рәсәйҙең мәғариф министрлығында.

«2026-2027 уҡыу йылынан мәктәптәрҙә Рәсәйҙең рухи-әхлаҡи мәҙәниәте» предметы уҡытыла башлай, тип хәбәр итә мәғариф министрлығына документына һылтанма менән РИА Новости.


Билдәләүҙәренсә, белем биреү программаһына экспертиза башланған.


Атап әйткәндә, улар дәүләт, йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең, шулай уҡ ғалимдарҙың һәм хәрбиҙәрҙең, шул иҫәптән МХО геройҙарының тормош юлдарын һәм ҡараштарын өйрәнә.


Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда 40 мәғариф учреждениеһы яңыртыла.


https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-07-22/v-shkolah-bashkirii-nachnut-izuchat-duhovno-nravstvennuyu-kulturu-4322000



Вернуться назад