Өфө эргәһендә 640 урынлыҡ мәктәпте асырға әҙерләнәләр21.07.2025
Фото: Николай Ельниковтың социаль селтәрҙәре

Өфө эргәһендә 640 урынлыҡ мәктәпте асырға әҙерләнәләр

Тиҙҙән Шмидт ауылының Гудвилл Парк кварталында яңы мәктәп асыла.

Уҙған ял көндәрендә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов, республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов,  торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илшат Сәйетов һәм мәғариф министры урынбаҫары Филүс Минәзев төҙөлөш эштәре барған объектта булды, тип хәбәр итте Өфө районы башлығы Николай Ельников.


Күсмә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төҙөлөштө тамамлау ваҡытына һәм эштәрҙең сифатына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшерҙе.


«Төҙөлөп ятҡан мәктәп 640 уҡыусыға иҫәпләнгән һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән берләштерелгән. Ошо заманса белем биреү комплексында балаларҙың төплө белем алыуҙан тыш, төрлө йүнәлештәрҙә лә үҫешеү мөмкинлеге бар», — тип яҙа район башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.


Николай Ельников һүҙҙәренсә, заманса белем биреү инфраструктураһы — балаларыбыҙ өсөн сифатлы белем алыу өсөн нигеҙ. Яңы мәктәп район үҫешенә ҙур өлөш индерәсәк.


Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөлә 18-се мәктәпте ремонтлау эштәре тамамланыуға табан бара.


https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-07-21/pod-ufoy-gotovitsya-k-otkrytiyu-shkola-na-640-mest-4319716



Вернуться назад