Республика тарихында тәүге тапҡыр сығарылыш уҡыусыһы 300 балл йыйған24.06.2025

Республика тарихында тәүге тапҡыр сығарылыш уҡыусыһы 300 балл йыйған

Башҡортостан тарихында тәүге тапҡыр сығарылыш уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтиханында 300 балл алған. Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыуаныслыҡ яңылыҡ менән уртаҡлашты.

Өфөнөң 153-сө лицейынан 11-се класс уҡыусыһы Алексей Лобов физика, информатика һәм профилле математиканан максималь балл йыйған. Ә рус теленән имтиханды  94 балға яҙған.


Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, егетте БДИ-ға лицей уҡытыусылары Дмитрий Аникеев, Сергей Астафьев, Эдуард Носратуллин һәм Эльмира Харрасова әҙерләгән.


«Алексейҙы, уның ата-әсәһен һәм уҡытыусыларын ҙур ҡаҙаныштары менән ҡотлайым! — тип яҙҙы Радий Хәбиров. — Был белем биреү учреждениеһында уҡытыусылар бик көслө. Әммә Алексей үҙе лә бик аҡыллы, һәләтле, тырыш егет. Хыялдары бойомға ашһын!» 


https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-06-24/vpervye-v-istorii-bashkirii-vypusknik-stal-300-ballnikom-4288238



Вернуться назад