20 июндә республиканың юғары уҡыу йорттарында һәм колледждарында ҡабул итеү кампанияһы башлана20.06.2025

20 июндә республиканың юғары уҡыу йорттарында һәм колледждарында ҡабул итеү кампанияһы башлана

20 июндә илебеҙҙең 1,2 меңдән ашыу юғары уҡыу йортонда һәм 4 меңгә яҡын колледжында ҡабул итеү кампанияһы башланды. Был хаҡта Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, быйыл юғары белем биреү программалары буйынса – 619 меңдән ашыу, урта һөнәри белем биреү программалары буйынса 835 мең самаһы бюджет урыны бар. Бюджет урындарының күпселеге Рәсәйҙең технологик лидерлығына булышлыҡ иткән һөнәрҙәр өсөн бүленгән. Уларҙың 43% тиерлек – инженерия, заманса технологиялар менән бәйле йүнәлештәр.


Шулай уҡ медицина, педагогик һөнәрҙәр, ижтимағи фәндәр һәм башҡа йүнәлештәр бюджет урындары күләме буйынса лидер булып ҡала.


2025 йылда юғары уҡыу йорттарына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын ҡабул итеү өсөн бюджет урындарының дөйөм күләменән 10% да кәм булмаған айырым квота билдәләнгән (50 меңдән ашыу урын).


Юғары уҡыу йорттарына маҡсатлы ҡабул итеү квотаһы бюджет урындарының дөйөм күләменән 23% ашыуыраҡ тәшкил итәсәк. Абитуриенттар эш биреүселәрҙең тәҡдимдәре менән «Рәсәйҙә эш» платформаһында танышырға мөмкин.


«Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» федераль проекты колледждарында һәм техникумдарында ла ҡабул итеү кампанияһы башлана. Беренсе курс студенттары өсөн 834,7 мең урын әҙерләнгән, был иһә былтырғыға ҡарағанда 51,5 меңгә күберәк.


Хәбәр иткәнебеҙсә, 2025-2026 уҡыу йылына Башҡортостан колледждарында бюджетта уҡыу өсөн 24 меңгә яҡын урын ҡаралған.


https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-06-20/20-iyunya-v-vuzah-i-kolledzhah-startuet-priemnaya-kampaniya-428402



Вернуться назад