Республикала рус теленән БДИ һөҙөмтәләре иғлан ителде17.06.2025
Фото: Валерий Шахов, архив фотоһы

Республикала рус теленән БДИ һөҙөмтәләре иғлан ителде

Башҡортостандың сығарылыш уҡыусылары араһында рус теленән берҙәм дәүләт имтиханына йомғаҡ яһалды, тип хәбәр итте мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин үҙенең телеграм-каналында.


Быйыл бөтәһе 15 578 уҡыусы һынау тотҡан. Рус теленән берҙәм дәүләт имтиханында 11 кеше 100 балл йыйған, былтырғы уҡыу йылында ла шунса һан. Ә 1859-ҙы 81 һәм унан юғарыраҡ балл алған.


«Химиянан да, рус теленән дә йөҙ балл йыйған Белорет уҡыусыһының ҡаҙанышы айырыуса иғтибарға лайыҡ», — тип билдәләне Илдар Мәүлитбирҙин.


Министр әйтеүенсә, был әлегә аныҡ һөҙөмтәләр түгел, сөнки апелляциянан һәм өҫтәмә көндәрҙә имтихан тапшырғандан һуң йөҙ балға яҙған уҡыусыларҙың һаны артыуы ихтимал.


https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-06-17/stali-izvestny-rezultaty-ege-po-russkomu-yazyku-v-bashkirii-4278365



Вернуться назад