Республикала йәмғиәтте өйрәнеү фәне 6-8-се кластар программаһынан алына
Башҡортостан мәктәптәрендә 6-8-се кластар өсөн йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәре туҡтатыла. Ҡарар федераль кимәлдә ҡабул ителгән.
«Ысынлап та, әйткәнебеҙсә, киләһе йылдан йәмғиәтте өйрәнеү фәне 9-сы кластан уҡытыла башлай, ә ҡалған ваҡыт илебеҙ тарихын өйрәнеүгә бүленә», — тине Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов ил хөкүмәтендә 2024-2025 уҡыу йылы йомғаҡтарына арналған брифингта.
Министр һүҙҙәренсә, дәүләт дәреслектәрен әҙерләү башланған, 5-9-сы кластар өсөн тарих буйынса берҙәм дәреслектәр, шулай уҡ 9-11-се кластар өсөн йәмғиәтте өйрәнеү дәреслектәре өҫтөндә эш тамамланған.
Хәбәр иткәнебеҙсә, йәмғиәтте өйрәнеү фәне 2026 йылдың 1 сентябренә тиклем 8-се класс программаларында ҡала, Мәғариф министрлығының бойороғо хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.