Радий Хәбиров уҡыусыларға берҙәм дәүләт имтиханында уңыштар теләне23.05.2025
Фото: Валерий Шахов

Радий Хәбиров уҡыусыларға берҙәм дәүләт имтиханында уңыштар теләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыларға берҙәм дәүләт имтиханында уңыштар теләне.


«Бөгөн Башҡортостандың 11-се класс уҡыусылары өсөн тарих, әҙәбиәт һәм химия фәндәренән тәүге берҙәм дәүләт имтиханы. Туғыҙынсылар өсөн һынауҙар 21 майҙа башланды. Быйыл 16 844 кеше – берҙәм дәүләт имтиханы, 51 812 кеше төп дәүләт имтиханы тапшыра.


Уҡыусыларға уңыштар юлдаш булһын! Ата-әсәләргә иһә түҙемлек теләйем. Ә уҡытыусыларҙың изге хеҙмәте алдында баш эйәм», — тип яҙа ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.


Бынан алдараҡ «Башинформ» республикала сығарылыш класы уҡыусыларының БДИ тапшырыуы тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-05-23/radiy-habirov-pozhelal-udachi-shkolnikam-na-ege-4247849



Вернуться назад