Башҡортостан Башлығы балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн гранттар һанын арттырҙы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн гранттар һанын арттырҙы. «Башҡортостандың мәктәпкәсә белем биреү программаларын ғәмәлгә ашырыусы мәғариф ойошмаларында эшләгән йәш уҡытыусыларға Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары тураһында» указға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, йыл да тапшырылған гранттар һаны 50-нән 75-кә тиклем арттырылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының педагогик хеҙмәткәрҙәре өсөн гранттар 2023 йылда Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса булдырылды. Бер гранттың суммаһы – 575 мең һум.
Республика Башлығы грантына лайыҡ булған балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре тураһында бында белергә мөмкин.