Өфөлә «Шаян-лига» отҡорҙар һәм шаяндар уйындарының финалы уҙҙы
Йәшерен-батырыны юҡ, бөгөн балалар араһында туған телендә һөйләшеүселәр һирәк, ә отҡорҙар һәм шаяндар уйындары тап телгә һөйөү уята. Ошо маҡсатта Өфөлә «Шаян-лига» отҡорҙар һәм шаяндар уйындарының финалы уҙҙы.
Сәхнәгә зона уйындарында еңеү яулаған республиканың иң яҡшы мәктәп командалары күтәрелде. Быйыл өсөнсө тапҡыр уҙғарылған ярышта чемпион исемен бер юлы ике команда – Сибай ҡалаһынан Р.Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейының «Баш бармаҡ» һәм Ишембай районы Кинйәбулат ауылы мәктәбенең «4К» командалары яуланы. Икенсе урынды Өфөнөң 17-се мәктәбенән «17 йыһан», Тәтешле балалар мәҙәниәте үҙәгенән «Тәтеш» һәм Өфөнөң 102-се гимназияһынан «Етегән+1» командалары яуланы.
Өсөнсө урында – Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылы мәктәбенән «ТТ», Өфөнөң Ф.Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһынан «ХХ централ» һәм Сибай ҡалаһының 10-сы мәктәбенән «Үәт ҡыҙыҡ» командалары.
«Бөгөн балалар айырыуса КВН менән ҡыҙыҡһына бит. Ә был үҙ сиратында уларҙа башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята, телде өйрәнәләр һәм аралаша башлайҙар. Икенсенән, сәхнәлә үҙҙәрен тоторға өйрәнәләр. Алыҫ райондарҙан һәм ҡалаларҙан килеп Өфөлә ҙур сәхнәлә уйнауы улар өсөн – оло ваҡиға! Был уйындар Башҡортостан Башлығы гранттары фонды, йәштәр сәйәсәте министрлығы менән берлектә үткәрелә һәм уларға оло ярҙам өсөн ҙур рәхмәт әйткем килә», – тип белдерҙе Башҡорт асыҡ КВН лигаһы идараһы рәйесе Урал Кәримов.