Быйыл республикала 2338 белгестең медицина колледждарын тамамлап сығыуы көтөлә15.04.2025
Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының телеграм-каналы

Быйыл республикала 2338 белгестең медицина колледждарын тамамлап сығыуы көтөлә

2025 йылда Башҡортостанда 2338 белгестең медицина колледждарын тамамлап сығыуы көтөлә, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.


Министрлыҡта белдереүҙәренсә, был Нефтекамала, Учалыла, Октябрьскийҙа һәм Мәсәғүттә медицина колледждарының яңы филиалдары асылыуға бәйле. Хәҙер уларҙа 757 студент уҡый, ә быйыл 142 кеше «Шәфҡәт туташы эше» һөнәре буйынса тамамлай.  


Шул уҡ ваҡытта быйыл көҙ Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжының филиалын асыу планлаштырыла. Бында туғыҙынсы класты тамамлаусылар өсөн «Шәфҡәт туташы эше» һөнәре буйынса 25 кешегә иҫәпләнгән бер бюджет төркөмө ойошторола.


«Бөтә студенттар ҙа эшкә урынлашыу ниәте тураһында килешеү төҙөй. Был уларға буласаҡ эш урынында практика үтергә мөмкинлек бирә. Шулай итеп, студенттар уҡыған саҡта уҡ үҙҙәренең һөнәре менән таныша һәм коллективтарға өйрәнә», — тип билдәләнеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.


https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-04-15/v-bashkirii-ozhidaetsya-uvelichennyy-vypusk-iz-medkolledzhey-4198545



Вернуться назад