Башҡортостан Башлығы ауыл мәктәптәре директорҙары өсөн гранттар тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауыл мәктәптәре директорҙары өсөн гранттар тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт сайтында баҫылған.
Указ тексынан күренеүенсә, 2025 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда ауыл ерендә эшләгән дөйөм белем биреү ойошмалары етәкселәре өсөн 50 грант булдырылды. Һәр гранттың суммаһы – 690 мең һум.
Гранттар тапшырыу тураһында ҡарарҙы республика комиссияһы ҡабул итергә тейеш.