Башҡортостанда 35-се тапҡыр «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы үткәрелә26.02.2025
Фото: Башҡортостандың Мәғариф министрлығы

Башҡортостанда 35-се тапҡыр «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы үткәрелә

Башҡортостандың баш ҡалаһында 35-се тапҡыр «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы үткәрелә. Уҡытыусылар араһында ойошторолған сираттағы һөнәри бәйге 25 февралдә башланды. Шул уҡ ваҡытта «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсына старт бирелде.


Республиканың Мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, быйыл «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсына 148 ғариза килгән, уларҙың 23-ө «Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнаша. Уҡытыусыларҙың ниндәй фәндән белем биреүе һәм хеҙмәт стажы мөһим түгел. Уның барышында «Туған тел һәм әҙәбиәт йыл уҡытыусыһы» конкурсын үткәреү айырым йүнәлеш булып тора.


«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсында 55 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, шул иҫәптән Силәбе өлкәһенән ике педагог һәм һөнәри белем биреү ойошмаларынан ике башҡорт теле уҡытыусыһы ҡатнаша.


Бөгөндән ҡатнашыусылар асыҡ дәрестән башлап министр менән һөйләшеүгә тиклем төрлө конкурс һынауҙарында үҙҙәрен күрһәтергә тейеш. Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыһының исеме 14 мартта билдәле була.


https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-02-26/v-bashkirii-v-35-raz-proydet-konkurs-uchitel-goda-4137581



Вернуться назад