Башҡортостанда Класс етәкселәре форумының яңы илсеһе итеп Елена Морева тәғәйенләнде05.02.2025

Башҡортостанда Класс етәкселәре форумының яңы илсеһе итеп Елена Морева тәғәйенләнде

Башҡортостанда Класс етәкселәре форумының яңы илсеһе итеп Өфө районы Булгаков ауылы лицейы директорының тәрбиә буйынса кәңәшсеһе Елена Морева тәғәйенләнде. Был турала республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр.


Ведомствола билдәләүҙәренсә, Елена Морева һайлап алыу этаптарын уңышлы үтеп, әүҙем эшкә тотонорға әҙер.


Класс етәкселәре форумы уҡытыусылар өсөн әһәмиәтле һөнәри ваҡиғаларҙың береһе булып һанала. Класс етәкселәре һәм төркөм кураторҙарының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, сөнки тап улар уҡытыу процесын ойоштороу, йәш быуынды тәрбиәләү өсөн яуаплы.


Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы ил президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса йыл һайын ошо форумды үткәрә.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, IV Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумы Мәскәүҙә 2024 йылдың 3-5 октябрендә уҙҙы. Унда Башҡортостандан 15 вәкил ҡатнашты.


https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-02-05/novym-poslom-foruma-klassnyh-rukovoditeley-v-bashkirii-stala-elena-moreva-4109076



Вернуться назад