Өфөлә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының иң яҡшы педагогтары бүләкләнде
Өфөлә мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә «Йыл педагогы» конкурсының ҡала этабына йомғаҡ яһалды. Конкурста 21-се балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Зөлфиә Нәсибуллина һәм 194-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Нәргизә Ҡәйүпова еңеү яуланы.
Өфөнөң Мәғариф идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, еңеүселәр Башҡортостандың баш ҡалаһы исеменән «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика конкурсында ҡатнаша.
Хәбәр иткәнебеҙсә, «Рәсәйҙең йыл тәрбиәсеһе» конкурсы йомғаҡтары буйынса Өфөнөң 281-се балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Гөлназ Кураева Рәсәйҙең иң яҡшы 15 педагогы исемлегенә инде. Уның эш стажы – 19 йыл. Өфөнөң 18-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлиә Ишдәүләтова ла федераль кимәлдә ҙур уңыштарға өлгәште. Ул балалар менән туған телдә эшләгән тәрбиәселәр араһында иң яҡшыһы тип танылды.