Яңы йыл03.12.2013
***
Ҡотло булһын Яңы йыл!
Гел шатлыҡтан торһон ул.
Бәхетле һәм мул тормошҡа
Күрһәтһен ул яңы юл.

***
Ҡәҙим АРАЛБАЕВ
ЯҢЫ ЙЫЛ ТЕЛӘКТӘРЕ

Уралымда – ожмах еребеҙҙә –
Ниндәй бәхетлебеҙ –
Ҡыштар бар!
Аҡ бурандар,
Көмөш тәңкә ҡарҙар
Яҙҙырырҙай хатта hуштарҙан.

Мәхрүм булыр инек,
Тыуған булhаҡ
Зимбабвела, Замбезиҙамы...
Көрттәр ярып, ярhып елеүҙәрҙең
Хозурлығын улар беләме?!

Биләмәhен әле күңелдәрҙе
Билдәhеҙлек, хәүеф тойғоhо,
Йәншишмәнән йәшәү гөлдәренә
Килеп торhон hыуҙар ҡойғобоҙ.

Матурлыҡҡа, моңға, татыулыҡҡа
Йәшәйек гел ерҙә hоҡланып.
Йәшә ризыҡ менән генә түгел –
Рухи аҙыҡтан да hут алып.

Эшегеҙҙән, тотҡан юлығыҙҙан
Йән тыныслыҡтары табылhын.
Күңелдәргә шайтан ҡағылмаhын,
Йәнебеҙҙә зауыҡ ҡабынhын!

Fүмер ебен ипле тағатайыҡ,
Яңы йомғаҡтар ҙа урайыҡ.
Уй-теләкте, атыр таңыбыҙҙы
Гел яҡшыға ғына юрайыҡ!

Туймайыҡ, тим, ғәзиз ғүмеркәйҙән...
Бары бүләк – йәшәү-тормоштар.
Гел булайыҡ изге ниәттәрҙә,
Яҡшылыҡтар ғына ҡормошта.

Яҡты донъяларҙың яҡтылығы
Күңелдәрҙә ихлас балҡыhын.
– Һаумы, Ҡояш! – тиеп көн башлайыҡ,
– Именлеккә! – тиеп йыл башлайыҡ.
Күп йылдарға етhен ялҡыны!

Яңы йыл ул – бары сәбәп кенә,
Сәғәт hанай Ваҡыт иҫәбен.
Һәр яңы йыл килә байрам менән,
Ҡартайыуҙы беҙҙең киҫәтеп.

Мин теләйем:
Ерҙә hәр кешене
Урап үтhен магнит ҡойоно.
Йәшәмәйек уттар йотоп ҡына,
Йәшәйексе наҙҙа ҡойоноп.

Килер йылдарҙа ла еребеҙҙә
Йәшәйек гел шатлыҡ кисереп.
Йәшәмәйек хәмер ҡоло булып,
Йәшәйексе хистән иҫереп.

Изге еребеҙгә ҡан яумаhын,
Еребеҙгә ямғыр, ҡар яуhын.
Бер-беребеҙҙән йәнгә уҡ яумаhын,
Күңелебеҙҙән бары нур яуhын!

Аллаhыбыҙ биргәненә шөкөр,
Тип йәшәйек фани донъяла.
Күрсе ана:
Кешем, hинең өсөн
Зәңгәр күк аҫтында
Йәшел ерҙә
Өмөт тулы матур көн яна!..


***
Йылдар үткән һайын Яңы йылды
Ҡаршылауы, никтер, серлерәк –
Сәғәт ун икене һуҡҡан саҡта
Ҙур мөғжизә көтә һәр йөрәк.

Яңы йыл ул Ҡәҙер кисе кеүек,
Теләктәрҙән күңел сафлана.
Өр-яңы йыл ҡаҡһын һәр ишекте –
Шул саҡ яңы тормош башлана!


***
Яңы йыл етә тағы ла,
Мамыҡ ҡар яуып үткән.
Зарығып, был мөғжизәне
Беҙ көтә инек күптән.

Тағы бер йыл килеп етте,
Әгәр шатлана белһәк,
Күңелдәргә үҫһен ҡанат,
Һәр кемгә – изге теләк.


***
Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА
ӨР-ЯҢЫ ЙЫЛ

Күңелдәрҙең эй елкенгән сағы!
Өр-яңы йыл килә беҙгә тағы!
Ҡырҙар буйлап аҡ Ҡыш елеп бара,
Ел-толпарға ҡыңғырауҙар тағып!
Һәр кемдең дә туңған тәҙрәһенә,
Тынын өрөп, биҙәк һала һалҡын.
Йылы өйҙә Яңы йылды көткән
Кешеләрҙең йөрәгендә – ялҡын!
Саҡматаштай сағып йөрәктәрен,
Бер-береһенән улар йылы ала.
Һәр кемдең дә аҡ төн аръяғында
Хәтерҙәргә һеңгән йылы ҡала.
Тылсымлы төн ике йылды бергә
Тоташтырған серле күпер кеүек.
Үткән йылдан яҡты киләсәккә
Бәхетлеләр генә үтер кеүек.
Өмөт менән кеше бәхетле ул,
Яҡты уйҙан күңел ҡанатланһын!
Хыялдай саф, изге яңылыҡтар
Килер йылда көн дә ҡабатланһын!


Вернуться назад