Һаҡлау мөмкинлеге – халыҡ-ара кимәлдә30.01.2019
Башҡортостандың символына әүерелгән уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары – шихандарҙың яҙмышы һаман да хәл ителеү өҫтөндә. Әлбиттә, һүҙ тауҙарҙы һаҡлау тураһында бара.

Билдәле булыуынса, күптән түгел Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указы һәм Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән Ишембай, Стәрлетамаҡ райондары биләмәләрендә “Торатау” геопаркы ойошторолғайны. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, артабан республика кимәлендәге был ойошма ЮНЕСКО-ның Халыҡ-ара глобаль геопарктары селтәренә номинацияланасаҡ.

Бер аҙ асыҡлыҡ индерәйек. ЮНЕСКО крите­рий­ҙарына ярашлы, геопарк – ул тәбиғи сиктәре билдә­ләнгән, әммә айырыуса һаҡланмаған тәбиғәт биләмәһе. Дөйөм алғанда, уның эсендә хужалыҡ һәм рекреацион эшмәкәрлек алып барыу сикләнмәй, шул уҡ ваҡытта геопарктың асылын тәшкил иткән геологик, тәбиғәт йәки мәҙәни объекттар, федераль, төбәк һәм урындағы ҡануниәт нигеҙендә ҡәтғи һаҡланырға тейеш.

“Торатау” геопаркының төп объекттары булып статусы бығаса билдәләнгән, айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре – Торатау һәм Йөрәктау шихандары, шулай уҡ Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарының башҡа тәбиғәт ҡомартҡылары тора. Исемлектә Ромадановка йырыны, Хажы (Тирмәнташ) мәмерйәһе, Берғамыт сығанағы, Егән, Ыласын, Олимпия мәмерйәләре һәм уларҙың эргә-тирәһе, Туғар-Һалған күле, Алатау тауының бер өлөшө, Этҡол һаҙлығы, “Ишембай” дәүләт тәбиғәт заказнигы (уның биләмәһендә Күкҡарауыҡ шарлауығы, Салауат Юлаев, Таш-өй мәмерйәләре, бынан 360-380 миллион йыл элек, палеозой эраһында формалашҡан, девон һәм карбондың сиктәш ҡатламаларын донъяла иң аныҡ күрһәтеүсе миҫалдарҙың береһе – Кәлимосҡан ҡаяһы урынлашҡан) бар.

“Торатау” геопаркы ЮНЕСКО-ның Халыҡ-ара глобаль геопарктары селтәренә ингәндән һуң, киләһе аҙымды тормошҡа ашырыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Атап әйткәндә, айырыуса уникаль объекттар – Торатау һәм Йөрәктау шихандары ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә номинацияланасаҡ, тимәк, Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары халыҡ-ара кимәлдәге иң юғары статуслы һаҡлауға иҫәп тота аласаҡ.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика