130 йәшкә еткән16.01.2019
Һиндостанда 130 йәшкә етеп үлгән крокодил менән бәхилләшергә 500-ҙән ашыу кеше килгән.

Өс метрлы хайуан күптән түгел һәләк булған. Урындағы халыҡ уны тантаналы рәүештә ерләгән, ҡәберен сәскәләр, гирляндалар менән биҙәгән. Хушлашырға шулай уҡ күрше ауылдар халҡы ла килгән. Хәҙер ҡәбер өҫтөнә һәйкәл ҡуйырға уйлайҙар.

Крокодил ауылдың данлыҡлы хайуаны һәм һаҡсыһы булараҡ иҫәпләнгән. Уны аҡыллы, күлгә йөҙөргә төшкән бер кешегә лә ташланманы тип һөйләй урындағы халыҡ.

– Балалар крокодил янында кинәнеп һыу инде. Ул Хоҙай тарафынан ебәрелгән ысын дуҫ ине. Беҙ уға баш эйәбеҙ, – тиҙәр улар.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика