Бөгөн – Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө11.01.2019
Беренсе тапҡыр был датаны Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау фонды башланғысы менән 1997 йылда билдәләй башлайҙар.

Рәсәйҙә иһә дәүләт кимәлендәге тәүге ҡурсаулыҡ – “Баргузин” дәүләт ҡурсаулығы – 1916 йылда Байкалдағы кеште һәм башҡа йәнлектәрҙе һаҡлау маҡсатында ойош­торолған. 1986 йылда ЮНЕСКО ҡарары менән “Баргузин” ҡурсаулығына биосфералы статусы бирелгән, һәм ул донъя-ара биосфералы резерваттар селтәренә индерелгән. Бөгөн был ҡурсаулыҡ Бөтә донъя тәбиғәт мираҫы объекты өлөштәренең береһенән һанала.

Әлеге көндә Рәсәйҙә 33 миллион гектар майҙанлы 100 ҡурсаулыҡ һәм ете миллион гектарға яҡын майҙанды биләгән (был илебеҙ территорияһының 0,41 проценты) 35 милли парк иҫәпләнә. Ҡурсаулыҡтар үҫемлек һәм йәнлектәр төрөнөң 80 процентын һаҡларға ярҙам итә.
Башҡортостан биләмәһендә өс ҡурсаулыҡ һәм бер милли парк урынлашҡан.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика