Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
АлышБыйылғы яҙ ныҡ ҡына һуңлауға ҡарамаҫтан, барыбер үҙенекен итте. Сағыл урындарҙа, ҡара ер күренер-күренмәҫ, йәш, әрһеҙ үлән морон төртә. Умырзая, кәкүк ҡатаһы, кәзә һаҡалы кеүек өлгөр, шунлыҡтан беренсе һаналған сәскәләр еләҫ елгә иркәләнеп, ҡояшта наҙлана. Ана, үгәй инә сәскәһе бит (тәбиғәттең бер мөғжизәһе!) ҡайһы аралалыр, ут-һары сәскәһен ҡойорға ла өлгөргән. Инде ул, мамыҡ башын елберләтеп, тирә-йүнгә орлоҡ сәсә. Бына ҡайҙа ул сәскәләрҙең иң беренсеһе! Шаян ел тулышҡан орлоҡтарҙы эләктереп ала ла әллә ҡайҙарға алып китә. Киләсәктә улары ла, ҡар асылыр-асылмаҫ шытып сығыр ҙа, йәһәт кенә сәскә атыр һәм баҙыҡ күҙҙәрен йымылдатып яр буйҙарын, уйһыу үҙәктәрҙәге бысҡыл урындарҙы биҙәр. Һағындырған яҙҙың тәүге хәбәрселәренә ҡарап кешеләр һөйөнөр.

Яҙ миҙгеле – бар тереклек нәҫел ҡайғыртҡан мәл. Кейеге менән осар ҡошо ла, үләне менән ағасы ла үҙе ишеләрҙе арттырып ҡалырға тырыша. Хатта тырнаҡ осондай ғына бөжәгенә тиклем парын эҙләп зыҡ ҡуба. Оҙон ҡышты йоҡлап үткәргән әүҙем бөжәк заты ерҙә лә, һауала ла ҡайнап тора. Нәҫел-нәсәбең ни тиклем ишлерәк булһа – шул тиклем яҡшыраҡ. Киләсәк өсөн.
Һурығып кибә барған һөрөнтөлә, һаламлы юл ситтәрендә һәр төрлө ҡош-ҡорт тулып йөрөй. Уларҙың барыһы ла ояһында баҫып ултырған икенсе яртыларын туйындырыр өсөн тырышып ята. Үҙҙәре ашамаһа ашамай, ә оялағы ас булырға тейеш түгел. Араларында күҙгә иң ташланғаны – тынғы белмәҫ тәгәрлектер. Ул әллә шул ҡәҙәре ҡыҙғансыҡ, әллә шул тиклем көнсөлмө, яҡын-тирәләге башҡа ҡоштарға ла сүпләнергә ирек бирмәй, үҙенә лә кәрәкмәгән мәшәҡәт өҫтәй. Сарғалап-бартандап, хатта минең баш кейеменә саҡ һуғылмай кәйелеп үтергә лә ваҡыт таба.
Ергә төшһә, туҡтауһыҙ йүгерә, һауаға күтәрелһә, талсығыу белмәй оса. Шул уҡ ваҡытта өҙлөкһөҙ сайҡылдай. Нисек ялыҡмай тиһең. Әкәмәт ҡош. Ана, баҫалҡы сәпсек уның тап киреһе: берәй оҡшаған суҡайсыҡҡа ҡунаҡлап ала ла тыныс ҡына ҡойроҡ һикертеп ултыра. Ул бер кемде лә бимазаламай. Төпһөҙ зәңгәрлектә талпынған һабан турғайына, күрәһең, бүтән ҡоштар араһында ҡыҙыҡ түгел. Ул мәңге һауала, тыуған еренә дан йырлай. Бына кемдә ул талмаҫ ҡанаттар! Һабантурғай башҡа ҡоштарҙың ҡотон алып осоп үткән уҫал ҡарсығаға ла иғтибар итмәй. Уның өсөн бары йылғыр ыласын – яғалбай ғына ҡурҡыныс. Ә уныһы әле ҡайтып етә алмай ята. Яғалбай менән кәкүк, шулай уҡ ҡарлуғас та иң һуңғыларҙан булып күренә башлай.
Мин, сымыры Буянымды эйәрләп, ужым арышының хәл-торошон белешергә тип сыҡҡанмын. Әле бына гөрләп торған ошо йәшәйешкә, яҙ хозурлығына һоҡланып бөтә алмайынса китеп барам. Ужым тигәндән, күңел йылыһы биреп үҫтермәгән арыш арыш булмай. Ул башағы бармаҡ осондай ғына сүп үләне. Арышҡа йыл әйләнәһенә тәрбиә һәм хәстәрлек кәрәк. Уның ҡарауы, талапсан булһа ла, тейешле тәрбиә алған арыш һине емерелеп уңған уңышы менән ҡыуандырасаҡ. Беҙҙең яҡтарҙа уңыш буйынса арышҡа еткән ашлыҡ юҡ.
Тотам ҡалмай артымдан эйәреп йөрөргә күнеккән Тузик иғтибарға лайыҡ бер нәмәне лә күҙҙән ысҡындырмай: һәр ҡайһыһына тейешле “билдәһен” һала бара. Тәбиғәткә сығып әйләнеү уның өсөн дә бер байрам.
Күҙ күреме ерҙә, йәшел бәрхәтте кисеп, яңғыҙ торна йөрөй. Ул ҡабаланмай, эйелә биреп ниҙер суҡыштыра ла беҙгә ҡарап тора. Осоп китергә уйламай ҙа. Миңә ул яҡшы күренһә лә, Тузик әлегә шәйләмәй. Эттең башҡа мәшәҡәте күп. Шулай ҙа, ни аралалыр, һонтор ҡош уның да күҙенә салынды. Торна эт ҡарашын тойҙо, буғай, әкрен-әкрен генә йыраҡлашып, ары күренгән һаҙлыҡҡа яҡынлаша башланы. Тузик, унан ҡалышмаҫҡа тырышып, инде йүгереүгә күскән ҡоштоң артынан төштө. Ҡасып барғанды ҡыумаған эт эт буламы? Эттең тәбиғәте шул. Әммә был юлы икенсерәк, дөрөҫөрәге, уйламаған хәл килеп сыҡты. Торна йүгереп барған еренән шып туҡтаны ла ҡуйҙы. Бындайын көтмәгәнлектән ҡапыл-ҡара ҡаушай төшкән эт тә икеләнеп ҡатып ҡалды. Бер-береһенә ҡарашҡан көйө улар байтаҡ ваҡыт торҙо. Күрәһең, артабан ни эшләргә икәнлеген береһе лә белмәй ине. Мин, түҙем генә, ни булырын көттөм. Ни менән бөтөр был осрашыу?
Билдәһеҙлекте башлап торна боҙҙо. Ул, бәпкәләрен һаҡлаған ата ҡаҙ ише муйынын һона биреп, эткә килә башланы. Албырғап торған Тузикка мәсхәрәле рәүештә сигенеүҙән башҡа сара ҡалманы. Быны күргән торна үтә батырайып китте ахыры, этте ихласлап ҡыуырға тотондо. Мин уларҙың әкәмәт ҡыланышына көлөп ебәрҙем.
Эттең бит, яҡшымы ул, яманмы, тағы бер ғәҙәте бар: хужаһы янында әллә кем булып шәбәйә лә китә. Эт ояһында көслө тигән һымаҡ, хужаһы янында, көслө булмаһа ла, ҡыйыу. Ошоно раҫлағандай, Тузик, кинәт әйләнде лә хәтәр ышылдап килгән торнаға ҡаршы һөжүмгә күсте. Бындайын көтмәгәйнем. “Харап итте торнаны!” – тип уйларға ла өлгөрмәнем, ҡош күҙ асып йомған арала өҫкә һикерҙе. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй сабып барған эт уның аҫтынан зыйлап үтеп китте. Ярай әле эләктерә алманы. Киреһенсә, торна һауала килеш осло суҡышы менән уның ҡаҡ маңлайына тондороп өгөрҙө. Үҙе саҡ ҡыбырлап йөрөгән һымаҡ, ә ғәжәп сос икән! Бындай кәмһетеүгә түҙеп тора алмаған эт ауыртыуҙан оторо ярһыны. Ҡыҙыу алыш башланды. Иң ҡыҙығы шунда: Тузик һөжүм итә, ә туҡмаҡтың башы, торна суҡышы сүрәтендә, әленән-әле уға төшә. Күренеп тора, торна эттең күҙен соҡоп алырға самалай. Бер мәлгә минең баштан: “Ысынлап та, күҙһеҙ ҡалдыра бит был этте”, – тигән хәүефле уй үтте. Шул рәүешле, башта мәрәкә генә күренгән эштең ҡыҙығы бөтә барып, ул ҡурҡыныс ҡыйнашҡа әүерелде. Бер кем дә бирешергә теләмәй ине.
Бына нисек итеп уйындан уймаҡ сыға икән. Эттең маңлайында, торнаның оҙон томшоғонда ҡан күренеп ҡалғандан һуң, мин ҡаршымдағы күренештең уйын түгел икәнлеген асыҡ аңланым һәм һуғыш суҡмарҙарын айырмаҡсы булдым. Ошо урында Тузик нисектер сосайып, торнаның ҡойроғон йолҡоп алды. Күҙ алдында ҡойроҡһоҙ ҡалған ғорур торна, ғәрлегенән айбарланып киттеме, этте яман типкесләргә тотондо. Тегеһе лайыҡлы ҡаршылыҡ күрһәтергә тырышты: хужаһы ҡарап тора бит. Тирә-яҡҡа ҡаурый ҡатыш тупраҡ сәселде. Былай барһа, бер нимә сығара бит былар!
Мин артабан тамашасы сифатында түҙеп тора алманым, атымдың ҡабырғаһын төйгөсләй-төйгөсләй һуғыш суҡмарҙары янына ашыҡтым. Торна, яҡынлашып килгән һыбайлыны күреп, тиҙерәк ҡасып ҡотолоу яғын ҡайырҙы: ҡанаттарын хәлһеҙ йәйә биреп йән фарманға йүгерә башланы. Яҡлау тойған этем уны эҙәрлекләй төштө. Ләкин етерһең торнаға, етмәй ни! Ә ни сәбәптән һуң ул осоп китмәй? Бәй, ҡанаттарының эре ҡаурыйҙары юҡ табаһа! Тимәк, төләп йөрөгән сағы. Бәлки, уның ояһы ла ошо тирәлә, яҡында ғыналыр әле. Юғиһә алағайымға йән аямай һуғышып йөрөмәҫ ине.
Эт тәнендәге яра тиҙ уңала. Тузиктың да йәрәхәттәре аҙна-ун көн эсендә уңалып бөттө. Шулай ҙа өҫкө ҡабағы өҙөп алынған уң күҙе ғүмеренең ахырынаса зәғиф булып ҡалды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яҙҙы ашҡынып көткәндер...

Яҙҙы ашҡынып көткәндер... 10.03.2019 // Ҡырағай мөхит

Ошо байрам көндәрендә Веселовка ауылы халҡы эргәлә атыу тауыштары ишетә. Һөҙөмтәлә, республиканың...

Тотош уҡырға 1 130

Һаҡлау мөмкинлеге – халыҡ-ара кимәлдә

Һаҡлау мөмкинлеге – халыҡ-ара кимәлдә 30.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Башҡортостандың символына әүерелгән уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары – шихандарҙың яҙмышы һаман да хәл...

Тотош уҡырға 1 287

Мансур ағай хикәйәттәре

Мансур ағай хикәйәттәре 27.01.2019 // Йәмғиәт / Ҡырағай мөхит

...Тауҙар араһындағы бәләкәй генә өйҙә урмансы һәм уның ҡатыны йәшәй. Үҙенә тәғәйенләнгән биләмә...

Тотош уҡырға 1 873

Әйләнә лә киләләр...

Әйләнә лә киләләр... 26.01.2019 // Йәмғиәт / Ҡырағай мөхит

Иглин районының Оло Теләк ҡасабаһында йәшәгән киң билдәле фермер Хәсән Иҙиәтуллиндың хужалығында...

Тотош уҡырға 1 750

Иҫәпленең ҡошо ла теүәл

Иҫәпленең ҡошо ла теүәл 21.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Үткән ял көндәрен мәскәүҙәр файҙалы үткәрҙе: улар орнитологтарға ярҙам итеү өсөн һыуҙа йөҙгән...

Тотош уҡырға 1 090

Йәнлектәр шәкәр сиренә бирешмәй

Йәнлектәр шәкәр сиренә бирешмәй 18.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Ҡырағай тәбиғәттә хайуандар шәкәр сире менән ауырымай һәм һимереү менән яфаланмай....

Тотош уҡырға 1 176

130 йәшкә еткән

130 йәшкә еткән 16.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Һиндостанда 130 йәшкә етеп үлгән крокодил менән бәхилләшергә 500-ҙән ашыу кеше килгән....

Тотош уҡырға 1 128

Бөгөн – Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө

Бөгөн – Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө 11.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Беренсе тапҡыр был датаны Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау фонды башланғысы менән 1997 йылда билдәләй...

Тотош уҡырға 1 371

Лань, ҡабан балаһы, тур үгеҙенең дуҫлығы

Лань, ҡабан балаһы, тур үгеҙенең дуҫлығы 10.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Лань, тур үгеҙе, дөйәғош... Юҡ-юҡ, йылы яҡта түгел, республикабыҙҙың Нуриман районында ла күрергә...

Тотош уҡырға 1 160

Ул ултыртҡан урман шаулап үҫә

Ул ултыртҡан урман шаулап үҫә 25.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Туймазы районының Верхнетроицк ауылы китапханаһында РСФСР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты,...

Тотош уҡырға 1 090

“Бәләкәй болан”

“Бәләкәй болан” 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Урман-ҡырҙарыбыҙ биҙәге. Ҡоралайҙарҙы “бәләкәй болан” тип тә йөрөтәләр....

Тотош уҡырға 1 344

Урман һаҡсылары

Урман һаҡсылары 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Һалҡын көндәр башландымы, башҡа ваҡытта күҙгә күренмәгән теремек ҡарабаш турғайҙар кешеләр йәшәгән...

Тотош уҡырға 1 402