Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Белоретта – Себер кедры
Белоретта – Себер кедры Себер кедрын йыш ҡына Себер ҡарағайы тип атайҙар. Был ағастың бейеклеге – 50 метрға, олононоң әйләнәһе ике метрға етә. Уларҙың йәше биш-һигеҙ быуат тип һанала.
Кедр Башҡортостанда ла үҫә. Белорет яғындағылар тураһында тәбиғәт белгесе, ғалим Евгений Кучеров түбәндәгеләрҙе яҙып ҡалдырған:
“Белорет ҡалаһынан алты километр алыҫлыҡта урынлашҡан урман хужалы­ғында 1906 йылда ултыртылған Себер кедрҙары үҫә. Бында үлән бик ҡуйы түгел, ер өҫтө ылыҫ менән ҡапланған.
Күҙәтеүҙәр буйынса, 60 йыллап үҫкән ағаста 1600-ҙән ашыу тубырсыҡ була. Берәүһендә етмешләп орлоҡ етешә, был – беҙҙең яҡ өсөн һәйбәт уңыш. Кедр сәтләүеге менән тейендәр ҙә рәхәтләнеп һыйлана.
Оҙаҡ йәшәүе, үҙағасының яҡшы сифатлы булыуы, ҡиммәтле сәтләүеге – былар барыһы ла кедрҙы беҙҙең республикала күберәк ултыртыу кәрәклеге хаҡында һөйләй”.


Иң-иңдәре…

=1497 йылда Германияла тотолған бер суртанда “Был күлгә 1230 йылдың 5 сентябрендә Фридрих II үҙ ҡулы менән ебәргән беренсе балыҡ мин” тип яҙылған ҡулса табылған. Тимәк, суртан 267 йыл йәшәгән.

=1792 йылда тотолған бер ыласында “Англия короле ғәли йәнәптәре Яков. 1610 йыл” тип яҙылған ҡулса булған.

=Лондон зоопаркында бер гөбөргәйел 175 йыл йәшәгән.

=Францияла 2000 йыллыҡ имән бар. Ҡырымда үҫкән сәтләүек ағасына ла шунса уҡ йәш. Бында 700 йыллыҡ шыршыларҙы, 1 500 йәшлек кипарис һәм эрбет сәтләүеген осратырға була.

=Планетала иң ҙур һәм тәрәне — Тымыҡ океандағы Филиппин диңгеҙе. Уның майҙаны – 5,7 миллион квадрат километр, ә иң тәрән урыны – 10 265 метр.

=Көньяҡ Америкалағы Анхель шарлауығы 1054 метр бейеклектә урынлашҡан.

=Төньяҡ ярымшарҙағы иң түбән температура (71градус) Яҡутстанда була.

=Донъялағы иң “шаян” ағас Ғәрәбстан ярым­утрауында үҫә. Кеше уның борсаҡ ҙурлығындағы ҡара емештәрен ашаһа, бер сәбәпһеҙ көлә башлай. Был 30-50 минут дауам итә, шунан кеше йоҡоға тала. Урын­дағы халыҡ әлеге емеште теш һыҙлағанда файҙалана.

=Иң ҙур йылға балығы – йәйен. Уның буйы биш метрға етә, ә ауырлығы 300 килограмдан ашып китә. Йөҙ йыллап элек Одер йылғаһында 400 килограмм самаһы тартҡан гигант балыҡты тотҡандар.


Боронғо һунарсылыҡ

Башҡорттарҙың айыуға бер нисә һунар ысулы бар. Уларҙың ҡайһы берҙәрендә йыртҡысты тотоуҙан бигерәк умарталарҙы һаҡлау маҡсаты ҡуйыла. Солоҡто айыуҙан аралау өсөн ағас ҡыуышы эргәһенә оҙон бауға йыуан түмәр, тумран йәки таш аҫып ҡуйыу ҙа билдәле. Эргә-тирәләй ергә осло имән ҡаҙыҡтар ҙа ҡағып сыҡҡандар. Айыу ағасҡа менгәндә уларҙы урап үтә, ә инде төшкән ваҡытта тап ошонда ҡолай һәм, ғәҙәттә, шунда уҡ йән бирә.
ХIХ быуаттың икенсе яртыһынан башҡорттар араһында тимер тәрилкә ҡапҡандар киң таралыу ала. Улар, хайуандың, йәнлектең төрөнә ҡарап, төрлө ҙурлыҡта һәм ҡеүәттә була.
Яланлы көньяҡ Башҡортостанда йомран күп. Был йәнлекте тотоу өсөн айырым тоҙаҡтар һатыла. Улар тимерҙән эшләнә, диаметры 7-8 сантиметр булған торбаны хәтерләтә. Эске яҡтан йыуан тимер сыбыҡтан остары эскә ҡаратып бөгөлгән ырғаҡ нығытыла. Бындай тоҙаҡтарҙы өң ауыҙына урынлаштыралар. “Торба”ға ингән йомран ырғаҡҡа эләгеп, унан сыға алмай.
Ау ярҙамында тик ҡуяндарҙы тотҡандар. Был ысул төрлө төбәктә билдәле булһа ла, уны һирәк ҡулланғандар.
Борон йәнлек-ҡоштарҙы башҡорттар атып та алған. ХIХ быуатҡа тиклем йәйә һәм уҡ иң ныҡ таралған ҡорал булған.

Сергей РУДЕНКОНЫҢ
“Башҡорттар” китабынан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яҙҙы ашҡынып көткәндер...

Яҙҙы ашҡынып көткәндер... 10.03.2019 // Ҡырағай мөхит

Ошо байрам көндәрендә Веселовка ауылы халҡы эргәлә атыу тауыштары ишетә. Һөҙөмтәлә, республиканың...

Тотош уҡырға 1 129

Һаҡлау мөмкинлеге – халыҡ-ара кимәлдә

Һаҡлау мөмкинлеге – халыҡ-ара кимәлдә 30.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Башҡортостандың символына әүерелгән уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары – шихандарҙың яҙмышы һаман да хәл...

Тотош уҡырға 1 287

Мансур ағай хикәйәттәре

Мансур ағай хикәйәттәре 27.01.2019 // Йәмғиәт / Ҡырағай мөхит

...Тауҙар араһындағы бәләкәй генә өйҙә урмансы һәм уның ҡатыны йәшәй. Үҙенә тәғәйенләнгән биләмә...

Тотош уҡырға 1 873

Әйләнә лә киләләр...

Әйләнә лә киләләр... 26.01.2019 // Йәмғиәт / Ҡырағай мөхит

Иглин районының Оло Теләк ҡасабаһында йәшәгән киң билдәле фермер Хәсән Иҙиәтуллиндың хужалығында...

Тотош уҡырға 1 750

Иҫәпленең ҡошо ла теүәл

Иҫәпленең ҡошо ла теүәл 21.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Үткән ял көндәрен мәскәүҙәр файҙалы үткәрҙе: улар орнитологтарға ярҙам итеү өсөн һыуҙа йөҙгән...

Тотош уҡырға 1 090

Йәнлектәр шәкәр сиренә бирешмәй

Йәнлектәр шәкәр сиренә бирешмәй 18.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Ҡырағай тәбиғәттә хайуандар шәкәр сире менән ауырымай һәм һимереү менән яфаланмай....

Тотош уҡырға 1 175

130 йәшкә еткән

130 йәшкә еткән 16.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Һиндостанда 130 йәшкә етеп үлгән крокодил менән бәхилләшергә 500-ҙән ашыу кеше килгән....

Тотош уҡырға 1 128

Бөгөн – Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө

Бөгөн – Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө 11.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Беренсе тапҡыр был датаны Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау фонды башланғысы менән 1997 йылда билдәләй...

Тотош уҡырға 1 370

Лань, ҡабан балаһы, тур үгеҙенең дуҫлығы

Лань, ҡабан балаһы, тур үгеҙенең дуҫлығы 10.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Лань, тур үгеҙе, дөйәғош... Юҡ-юҡ, йылы яҡта түгел, республикабыҙҙың Нуриман районында ла күрергә...

Тотош уҡырға 1 160

Ул ултыртҡан урман шаулап үҫә

Ул ултыртҡан урман шаулап үҫә 25.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Туймазы районының Верхнетроицк ауылы китапханаһында РСФСР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты,...

Тотош уҡырға 1 090

“Бәләкәй болан”

“Бәләкәй болан” 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Урман-ҡырҙарыбыҙ биҙәге. Ҡоралайҙарҙы “бәләкәй болан” тип тә йөрөтәләр....

Тотош уҡырға 1 343

Урман һаҡсылары

Урман һаҡсылары 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Һалҡын көндәр башландымы, башҡа ваҡытта күҙгә күренмәгән теремек ҡарабаш турғайҙар кешеләр йәшәгән...

Тотош уҡырға 1 402