Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
СерКиске эңер төшөп, һиллек урынлашыу менән йоҡомһорай башлаған Һаҡмар үҙәнен яңғырауыҡлы тартай тауышы уята. Серле ҡош ул. Ауылда йәшәүгә ҡарамаҫтан, күп кешенең уны күргәне лә юҡ.
Уйһыу үҙән буйлап күкшел томан шыуыша, ҡамышты эйелтеп ысыҡ төшә. Алһыу төҫкә мансыла барған ҡояш байыуға яҡынлаша. Ошо мәлдә беҙ, түбән ос малайҙары, тартай баҫтыра сығабыҙ.
– Ҡрр-ғаҡ, ҡрр-ғаҡ, ҡрр-ғаҡ... – Баянан бирле тулҡынланып көткән ҡошобоҙ, ниһайәт, тауыш бирә. Былар алыҫ йөрөп аҙапланмаһын тигән һымаҡ эргәбеҙҙә генә. Ошо тамаҡ төбөнән көсәнеп сыҡ­ҡан үҙе аһәңһеҙ, үҙе тулҡын­ландырғыс тауыштан шомло тумарлыҡҡа күҙгә күренмәҫ йәм өҫтәлеп киткәндәй була.
Эләгә-йығыла, кемуҙарҙан, тауыш килгән яҡҡа ҡарап йүгерәбеҙ. Тумарлыҡ араһында, өҫтөнә баҫтыҡ тигәндә, төн йырсыһы тынып ҡала, әммә оҙаҡҡа түгел. Был юлы уның саҡырыу ауазы, барыбыҙҙы хайран ҡалдырып, бөтөнләй икенсе урындан килә. Аптыраштан асҡан ауыҙҙарҙы ябырға ла онотоп торабыҙ. Нисек итеп, ҡайһы арала барып сыҡты ул яҡҡа?
Йәнә тороп йүгерәбеҙ. Самалап, тәғәйен һанаған ергә барып етеүгә тартайыбыҙ тағы яңы урында ҡысҡы­рырға тотона. Шул рәүешле хәйләкәр ҡош беҙҙе ҡараңғы төшкәнсе албыр­ғатып алып йөрөй. Ялбыр сәсле, эре тумарлыҡ буйлап тегеләй-былай сабыша торғас, тамам хәлдән таябыҙ. Күңелебеҙгә “әллә былар бер нисәүме?” тигән шик йүгерә.
Бына инде ҡараңғы төшөп, күҙ бәйләнә. Ә тартай тауыштары көсәйә һәм ишәйә бара. Улар әле, ысынлап та, бер нисәү, тауыштары ул яҡтан да, был яҡтан да ишетелә. Ишетелеү ме­нәнме, хәҙер уны ярты аҙым арауыҡтан да күреп булмаясаҡ. Ҡараңғы. Беҙ күҙгә салынмаҫ төн ҡошон әрләй-әрләй таралышабыҙ. Башҡаса артынан йөрөмәҫкә һүҙ ҡуйышып таралабыҙ.
Әммә тартай тауышы беҙҙе шул хәлгәсә арбағандыр инде, ныҡы­шы­раҡтарыбыҙ иртәгәһенә йәнә йыйыла һала. Тик, күпме генә тырышмайыҡ, үткән кистәге хәл тағы ҡабатлана: беҙ тартай исемле серҙе һис осрата алмайбыҙ.
– Ҡрр-ғаҡ, ҡрр-ғаҡ, ҡрр-ғаҡ... – Кис етеп, болон өҫтөнә шыйыҡ томан ята башлаған мәлдә тартай үҙенең бер аҙ һағышлыраҡ та, моңһоуыраҡ та, шул уҡ ваҡытта дәртле, үҙенә тартып торған йырын башлай. Бәлки, уны шуның өсөн дә ТАРТАЙ тигәндәрҙер әле, кем белә. Аһәңһеҙ булһа ла, әлеге йырҙа, ысынлап та, үҙенә ылыҡтырып торған ниндәйҙер сихри көс бар кеүек. Ишетер ҡолаҡҡа әллә ни яңғырамаһа ла, тартай йыры бер ваҡытта ла ялҡытмаҫ. Ҡайҙалыр оҙаҡлаңҡырап йөрөһәң, ул йыр хатта танһыҡ булып китә. Лапаҫ баштарындағы ҡыуыштарыбыҙҙа шул йырҙы тыңлай-тыңлай йоҡоға тала инек. Йоҡлап киткәс, матур төштәребеҙгә лә керә ине.
Тартай һәр ауыл малайы өсөн сер булып ҡала килә. Хәйер, шунһыҙ уның ҡыҙығы ла булмаҫ ине. Ләкин, үкенескә ҡаршы, ошо сер торған һайын кәмеүгә бара, төн йырсыһының тауышы һирәгерәк ишетелә. Мин быға көтөүһеҙ йөрөгән иҫәпһеҙ-һанһыҙ берәҙәк мал-тыуар сәбәпсе тип уйлайым, сөнки улар тартай үҙ иткән бысҡыл болондарҙы, ҡараңғы тумарлыҡтарҙы тапап-иҙеп ҡорота. Ә тапалып таҡырайған урындарҙа тартай йәшәй алмай. Әйткәндәй, мал кемдеке? Кешенеке. Тимәк, һуңғы иҫәптә, һәр ваҡыттағыса, кеше ғәйепле килеп сыға.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506