Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Быуар йылан”
“Быуар йылан” Ауылыбыҙҙан бер апай бесән сабып йөрөгәнендә ҡаршыһына ғәләмәт ҙур йылан килеп сыҡҡан, имеш. Апай ҡурҡышынан хатта һушы китеп йығылған, ти. Был турала хәҙер тотош ауыл гөрләп тора. Шулай булмай: Ирәндек һынлы Ирәндек буйында әкиәттәрҙә генә була торған быуар йылан үҙе йөрөп ятһын әле! Баштараҡ ҡолас буйлыҡ, беләк йыуанлыҡ һөйрәлеүсе тора-бара аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, баҫрау оҙонлоҡ, тумрау йыуанлыҡ булып китте. Торғаны менән аждаһа инде.
Апайҙың сабынлығына күрше генә бер бабай бесән эшләй. Шуға киттем: теге хәбәрҙең айышына төшөнөп ҡуйыр кәрәк. Хәл-әхүәл һорашҡандан һуң һөйләшеүҙе ипләп кенә әлеге “аждаһа” затына күсерәм.
– Юлдары күренгеләй былай бер нәмәнең, – тине ул, күҙҙәрен ҡыҫа биреп, – үләнде йырғыслап, йомро һуҡмаҡ һалып бөткән. Ниндәйерәк йәнлек икәнлеген әйтә алмайым, эҙҙәрҙең ундайын ошоғаса күргәнем юҡ ине, – тине.
Уның ише йомро һуҡмаҡтарҙы үҙем дә күргәнем бар шикелле, мәгәр, шул булһа: күңелемә шунда уҡ шик төштө. Күрәнле, еркә үләнле Һаҡмар туғайҙарында йыш осрай ундайҙар. Уларҙы кем һалғанлығын да яҡынса һиҙемләйем.
“Быуар йылан”Һунар миҙгеле асылыуға әле иртәрәк, шулай ҙа мылтығымды алдым: ниҙәр булмай был ғәжәйеп һәм сер тулы донъяла. Барыбер икеләндерә. Бына мин апайҙың ҡот осҡос йылан менән күҙгә-күҙ осрашҡан сабынлығында. Ҡарағайһаҙ тип аталған үҙе ҡараңғы, үҙе хәтәр шомло урында ул. Был ерҙең көртмәлеһе һәләк күп, ә болот ише ҡайнашып, мыжғып торған эре, ерән серәкәйҙәре унан да күберәк. Өҫтө ҡалын мүк ҡатламы менән генә ҡапланғанғамы, баҫҡан һайын мөлкөп ятҡан һаҙға барып индеңме, ҡапыл ҡуҙғып киткән ҡан эскестәрҙән тын алыр әмәл юҡ. Шуғамы, әллә күңелгә шом һалған айыу эҙе йыш ҡына күренгеләп ҡалғанғамы, был тирәгә кеше аҙ йөрөй. Дөрөҫөрәге, мажара көҫәгән һунар­сылар ғына һирәк-һаяҡ килеп сыҡҡылай.
Бына сама менән бесәнсе апайҙың ”һушһыҙ йығылған” урыны. Шишмә ситендә моңайып торған иҫке ҡыуыш янында. Әлеге үләнлек араһында, бабай әйткәнсә, йышылып бөткән һуҡмаҡтар айырым-асыҡ күренә. Уларҙы тәжрибәһеҙ һунарсы ла шунда уҡ шәйләп алыр ине, әммә кем һалғанлығын ҡапыл ғына әйтә алмаҫ. Ә мин инде белдем.
Тынысланып, мылтығымды ағасҡа һөйәнем. Үҙем дә ныҡ ҡына талсығып өлгөргән аяҡтарыма ял бирмәк булып, шул ҡайынға арҡамды терәп ултырҙым.
Сәйер һуҡмаҡтарҙың иң олоһо, иң тапалғаны минән биш-алты аҙымда ғына үтә. Тегеләй-былай тармаҡланып бара торғас, ул һаҙлыҡ араһында бөтөнләй юҡҡа сыға, ә башы сафтан-саф шишмәгә барып төртөлә. Кемдер, бесәнселәрҙең һыу юлы лабаһа был, тиер, ләкин мин улай тип әйтергә ашыҡмаҫ инем.
Уйҙарға бирелеп оҙаҡ ултырырға тура килмәне, күҙ ҡырымда ғына ниндәйҙер хәрәкәт салынды. Башымды бик әкрен генә шул яҡҡа борам. Селте­рәп ятҡан шишмә эсенән, теҙелешеп, шәшкеләр сығып килә. Сыҡҡан береһе һөҙәк яр ситендә ҡағынып йыбырлаша. Шәшкенең быйылғы балалары инде инәләре дәүмәллек булып та килә икән. Шәп үҫәләр. Уларҙың эйәк аҫтындағы аҡ таптары барыһыныҡы ла бер иш, әйтерһең дә, кемдер тамға һалып сыҡҡан.
Бына ҙурлығы менән айырылып торған инә шәшке сәйер ”мығырлап” ҡуйҙы ла таҡыр һуҡмаҡтан ырғандап китте. Шаян, сос көсөктәре уға эйәрҙе. Бер, ике, өс... улар етәү ине. Күптәр икән! Шулай ҙа мине иң ныҡ ғәжәп­лән­дергәне икенсе нәмә: шәшке балаһы­ның алда барғаны әсәләренең ҡойроҡ осонан тешләп алған, унан икенсеһе, өсөнсөһө... Барыһы ла шул рәүешле бер-береһенең ҡойроғона ”йәбешкән”. Ситтән ҡарағанда, ысынлап та, бер бөтөн йән эйәһе китеп барған һымаҡ! Шыма тиреһе йылҡылдашып торған кейектәрҙең көмрө арҡаһы һикергән һайын үлән араһынан алмаш-тилмәш күренеп ҡала. Бына лабаһа теге “быуар йылан”! Оҙонлоғо ла, йыуанлығы ла уны ”күргәндәр” әйткәнгә тап килеп тора. Үтә шөбһәләнгән яңғыҙ апай кешенең генә түгел, ҡуш йөрәкле теләһә ниндәй ағайыңдың да ҡото алыныр.
Ә шәшкеләр сылбыры, хәрәкәтһеҙ ултырғанлыҡтан мине шәйләмәйенсә, эргәмдән үтеп китте. Аҡыллы әсә оҙон үлән араһында үҙаллы йөрөй белмәгән сабыйҙарын, аҙашып ҡуймаһындар тип, ышаныслы ысул менән алып китеп бара...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506