Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Әмәлен тапҡанБер көн, илһам килгәндә тип, ҡулыма ҡәләм алдым. Ошондай яҙышҡы килеп торған илһамлы саҡтар, илаһи тынлыҡтар ижад кешеһенә һирәгерәк эләгә бит ул. Бигерәк тә ауыл ерендә. Шуға күрә уның һәр минутын файҙаланып ҡалыу кәрәк. Мин яҙырға әҙерләндем, ләкин... тынлыҡты боҙоп, ҡайҙандыр өҙөк-өҙөк ҡыштырлау тауышы ишетелде. Башта уға иғтибар итмәҫкә тырышып, яҙышыуымды белдем: оҙаҡ булышыр тиһеңме, туҡтар әле. Моғайын, тере көйөк сысҡандыр. Эй әрһеҙ нәмәләр! Көнөн дә, төнөн дә нимә табып кимерәләрҙер инде?
Мин яңылыштым. Ҡыштырлау тиҙ арала баҫылыр әле, тигән өмөтөм аҡланманы. Киреһенсә, ялҡытҡыс тауыш торған һайын ныҡышмалы көсәйә генә барҙы. Бына һиңә аулаҡ! Яҙҙың былай булғас.
Тора-бара тамам йөҙәтте был. Мин ултырып түҙмәнем: теге мәлғүндең ҡайҙа­лығын асыҡлап, ҡыуып ебәрергә кәрәк. Бер аҙҙан шуны белә алдым: йән үртәгес ҡыштырлау тәҙрә башынан килә ине. Шул тәңгәлдәге бүрәнәне дөңкөл­дәттем. Күпмелер ваҡытҡа баҫыла бирҙе лә был, яман кәсебен ҡабат башланы. Ошо рәүешле байтаҡ дауам итте: мин бүрәнәгә һуҡһам, теге туҡталып тора, өҫтәл артына барып ултырыуым була, йәнә ҡыштыр­ларға тотона. Хатта, үс иткәндәй, ныҡы­шыбыраҡ, тырышыбыраҡ. Әллә миңә, ҡуҙғып асыуы ҡабарған кешегә, шулай тойола ғынамы. Бер заман ул минең тәнемде кимерә башлаған һымаҡ. Тамам аптырап ихатаға сыҡтым. Күрәм: бәләкәс кенә буҙ турғай тәҙрә өҫтөндәге мүкте йолҡоп маташа. Шул тиклем тырыша ул, шул тиклем мауыҡҡан, хатта миңә иғтибар ҙа итмәй. Үәт, эшһеҙгәрим, үәт шилма! Шунан башҡа эш юҡтыр һиңә. Әйтерһең дә, кемдер уны мәжбүр иткән. Йүнһеҙ турғайҙы ҡыуып ебәрҙем.
Ләкин, булмағас булмай инде: бәйләнде бит тәҙрә мүгенә. Мин уны ҡыуа торҙом, ул этлеген эшләй торҙо. Был ҡәҙәре лә еңмеш, был ҡәҙәре лә кирегә бөккән ҡош булыр икән. Һис ҡотолор әмәл юҡ табаһа! Шулай ҙа нимә тапҡан һуң ул тәҙрә яҡтауының мүге араһында? Ғәжәп.
Мыштым турғай иртәгеһен дә, унан ары ла әлеге кәсебен туҡтатманы. Кеше бит бер килеп барыһына ла (нисек кенә яман булмаһын) күнегә. Риза булмаһа ла күнегә, өйрәнеп китә. Мин дә бер аҙҙан турғайҙың үҙәккә үткәргән ҡылығына ҡул һелтәнем. Әйҙә туйғансы булаш, ялыҡһаң ташларһың әле. Хәҙер ҡыштырлауға иғтибар итмәйем. Дөрөҫөрәге, иғтибар итмәҫкә тырышам.
Көндәрҙең береһендә турғайҙың өй эсенә ап-асыҡ ишетелеп ҡалған сырҡылдауына ғәжәпләнеп ҡуйҙым. Әммә быныһы ла тиҙ арала онотолдо. Турғай булғас сырҡылдай инде. Ҡайһы арала тиһең (эй сос та инде!) турғайҙың балалары сыҡты, оҙаҡламай ҡанаттары нығынып осоп та киттеләр. Яңы аңланым, күрәһең, турғай тәҙрә үренә оя ҡорор өсөн тырышып ятҡан.
Шулай йәмле йәй үтеп, елле-ямғырлы көҙ ҙә уҙҙы, сатлама һалҡындарын шығырлатып уҫал ҡыш килде. Шаҡылдап торған сасҡау һыуыҡ иртәләрҙең береһендә турғай тауышына уянып киттем. Яҡында ғына ишетелә һымаҡ. Әллә өйгә килеп ингән инде. Мин ихатаға сыҡтым. Теге тәҙрәнең өҫ яғында мул ғына ап-аҡ ҡылау күренә. Тимәк, әрәм булып, йылы сыға. Әлеге шилма турғай бәләһелер. Ҡыш үткәнсе былай торһа, йылы сығып ҡына ҡалмаҫ, быуағытып, бүрәнәңде серетеүе бар. Кисекмәҫтән йүнләп ҡуйырға кәрәк булыр.
Баҫҡыс һөйәп күтәрелә башланым. Алама ҡош йораты, кем бимазалай тағы, тигән һымаҡ эре генә килеп сыҡты ла пырылдап осоп ҡойма башына ҡунды. Ҡаурыйҙары ныҡ ҡабарғанлыҡтан, ул йоп-йомро йомғаҡҡа оҡшап ҡалған. Өшөйҙөр инде. Йомғаҡтың әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа боролған башы ғына уның буҙ турғай икәнлеген күрһәтә ине. Ҡошсоҡ айырым бер ҡыҙыҡһыныу менән мине күҙәтә башланы. Үҙе, йылы ояһынан ҡыуып сығар­ғанға ризаһыҙлыҡ белдергәндәй, сырҡыл­даштырып ҡуя. Тамам һөмһөҙләнде был. Тамам оятын юғалтты. Кеше торлағына баҫып инеүе етмәгән, һаман ҡәнәғәт түгел.
Мин, ниһайәт, күтәрелеп еттем дә теге сығып ҡасҡан урынды ентекләп ҡарарға тотондом. Йылы быу өҫкө яҡтау менән бүрәнә араһынан килә. Унда ҡошсоҡ ташып тултырған сүп-сар менән эреле-ваҡлы ҡаурыйҙарҙы тартып сығарҙым да... шаҡ ҡаттым. Турғай ояһының тишеге аша өй эсе күренеп тора ине. Бына эш нимәлә икән!
Өңөрәйеп торған оло тишекте шул көндө үк балсыҡ менән һылап ҡуйҙым. Тик турғай ҙа бирешергә теләмәне, бер нисә тапҡыр килеп уны ла суҡыштырғылап йөрөнө. Әммә туң балсыҡ йомшаҡ мүк түгел, уға “теше үтмәне”. Һоро бәйлән­сектән шулай ҡотолдом. Ҡотолдом, тиһәм дә, бөтөнләйгә түгел икән. Ана ул әлеге яратҡан тәҙрәһе башында һаман сипылдап ултыра. Күрәһең, йылы яҙ етеп, ҡатҡан балсыҡтың ирегәнен көтә. Әле иһә ошо көндәр килде...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яҙҙы ашҡынып көткәндер...

Яҙҙы ашҡынып көткәндер... 10.03.2019 // Ҡырағай мөхит

Ошо байрам көндәрендә Веселовка ауылы халҡы эргәлә атыу тауыштары ишетә. Һөҙөмтәлә, республиканың...

Тотош уҡырға 1 130

Һаҡлау мөмкинлеге – халыҡ-ара кимәлдә

Һаҡлау мөмкинлеге – халыҡ-ара кимәлдә 30.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Башҡортостандың символына әүерелгән уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары – шихандарҙың яҙмышы һаман да хәл...

Тотош уҡырға 1 287

Мансур ағай хикәйәттәре

Мансур ағай хикәйәттәре 27.01.2019 // Йәмғиәт / Ҡырағай мөхит

...Тауҙар араһындағы бәләкәй генә өйҙә урмансы һәм уның ҡатыны йәшәй. Үҙенә тәғәйенләнгән биләмә...

Тотош уҡырға 1 873

Әйләнә лә киләләр...

Әйләнә лә киләләр... 26.01.2019 // Йәмғиәт / Ҡырағай мөхит

Иглин районының Оло Теләк ҡасабаһында йәшәгән киң билдәле фермер Хәсән Иҙиәтуллиндың хужалығында...

Тотош уҡырға 1 750

Иҫәпленең ҡошо ла теүәл

Иҫәпленең ҡошо ла теүәл 21.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Үткән ял көндәрен мәскәүҙәр файҙалы үткәрҙе: улар орнитологтарға ярҙам итеү өсөн һыуҙа йөҙгән...

Тотош уҡырға 1 090

Йәнлектәр шәкәр сиренә бирешмәй

Йәнлектәр шәкәр сиренә бирешмәй 18.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Ҡырағай тәбиғәттә хайуандар шәкәр сире менән ауырымай һәм һимереү менән яфаланмай....

Тотош уҡырға 1 176

130 йәшкә еткән

130 йәшкә еткән 16.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Һиндостанда 130 йәшкә етеп үлгән крокодил менән бәхилләшергә 500-ҙән ашыу кеше килгән....

Тотош уҡырға 1 128

Бөгөн – Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө

Бөгөн – Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө 11.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Беренсе тапҡыр был датаны Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау фонды башланғысы менән 1997 йылда билдәләй...

Тотош уҡырға 1 371

Лань, ҡабан балаһы, тур үгеҙенең дуҫлығы

Лань, ҡабан балаһы, тур үгеҙенең дуҫлығы 10.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Лань, тур үгеҙе, дөйәғош... Юҡ-юҡ, йылы яҡта түгел, республикабыҙҙың Нуриман районында ла күрергә...

Тотош уҡырға 1 160

Ул ултыртҡан урман шаулап үҫә

Ул ултыртҡан урман шаулап үҫә 25.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Туймазы районының Верхнетроицк ауылы китапханаһында РСФСР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты,...

Тотош уҡырға 1 090

“Бәләкәй болан”

“Бәләкәй болан” 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Урман-ҡырҙарыбыҙ биҙәге. Ҡоралайҙарҙы “бәләкәй болан” тип тә йөрөтәләр....

Тотош уҡырға 1 344

Урман һаҡсылары

Урман һаҡсылары 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Һалҡын көндәр башландымы, башҡа ваҡытта күҙгә күренмәгән теремек ҡарабаш турғайҙар кешеләр йәшәгән...

Тотош уҡырға 1 402