Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илгәҙәк ҡошсоҡтар
Илгәҙәк ҡошсоҡтар Яҙ йылы яҡтарҙан ҡайтҡан ҡоштар араһында иң көтөп алғаным – йылғыр ҡарлуғастар. Хәйер, ҡарлуғастарҙы һағынған бер мин генә түгелдер. Ни өсөн тигәндә, ҡарлуғас менән ысын йәй килә, ләйсән ямғырҙар яуа. Йылы ел иҫеп, шифалы ямғыр һибәләп үттеме – бар донъя күҙ алдында танымаҫлыҡ булып үҙгәрә лә китә. Унда-бында ышыҡ урындарҙа, тәрән үҙәктәрҙә күренгеләгән ҡар ҡалдыҡтары бөтөнләй юҡҡа сыға, йәш үлән йылдам күтәрелеп ер өҫтө йәшәрә, йоҡоларынан арына алмай торған ағастар ихласлап япраҡ яра башлай, сәселгән иген тиҙерәк шытып сыға. Игенсегә ҡыуаныс өҫтәлә. Шулай булғас, ҡарлуғастар бар мөхитте үҙгәртә түгелме? Үҙгәртә шул. Һәр хәлдә, миңә шулай тойола.
Ҡарлуғас – ауылда һәр кем өсөн ҡәҙерле, көтөп алынған ҡошсоҡ. Уның үҙ ҡураһына, ҡыйығының аҫтына йомро ғына, йәтеш кенә итеп оя ҡорғанын кем теләмәй икән? Юҡ ундайҙар. Беҙҙең дә үҙ ҡарлуғастарыбыҙ бар. Эйе-эйе, үҙ ҡарлуғастарыбыҙ тип һис ҡурҡмайынса әйтә алам, сөнки меңәр саҡрым арауыҡта ятҡан илдәрҙән, ете диңгеҙ аша үтеп, һис юл яҙлыҡтырмай йылдың-йылы һағындырып ҡына нәҡ беҙҙең ҡураға килеп етәләр. Мин уларҙың нисек итеп юлды табыуҙарына, нисек аҙашып китмәүҙәренә хайран ҡалам. Миңә ҡалһа, беҙҙең ҡарлуғастар ише илгәҙәктәре, наҙлылары һәм яғымлылары башҡаса юҡтыр. Беҙ уларҙы хатта тауыштарынан, ҡылыҡтарынан танып беләбеҙ. Беҙҙең өй ҡарлуғастары үҙҙәре бер төрлө.
Көндәр тотороҡло йылынып, һауала һәр төрлө бөжәктәр оса башлау менән килеп етәләр ҙә улар, лапаҫ аҫтына һыуҙа сыланған балсыҡтан, йә мәтенән оя йүнләргә тотоналар. Сыйырсыҡ кеүек уларҙы әҙер өй ҡаршы алмай. Шуныһы ғәжәп: ҡарлуғастар бер ваҡытта ла иҫке ояларын файҙаланмай, йыл да яңыһын төҙөйҙәр. Үәт егәрлеләр! Ояларҙың һанына ҡарап ҡошсоҡтар һинең ҡурала нисә йыл йәшәгәндәрен белергә була.
Мин ҡарлуғастарҙың арыу-талыу белмәй осҡандарын ҡарап торорға яратам. Бына, исмаһам, осоу оҫталары! Астар! Көноҙон ял итмәйенсә осоп йөрөргә һәләтлеләр. Белгегеҙ килһә, мәтене лә осоп барған килеш эләктереп алалар, осоп барған килеш кенә һыуҙа сылаталар. Ҡарлуғасты башҡа бер ҡош та ҡыуып етә лә, тота ла алмай. Хатта йәшен тиҙлеге менән осҡан яғалбай ҙа уның янынан битараф ҡиәфәттә үтеп китә, сөнки белә: барыбер эләктерә алмаясаҡ, нимәһенә ваҡыт әрәм итергә.
Әйтелгәндәргә өҫтәп, ҡарлуғастар сикһеҙ ҡыйыуҙар һәм иҫ китмәле батырҙар. Бер ҡош та ояларына яҡынлашырға баҙнат итмәй. Ҡош нимә, яуыз бесәйҙәр ҙә уларҙан шөрләй. Һауала ҡарлуғас тауышы ишетелеп ҡалдымы, бесәйең тиҙерәк шылыу яғын ҡайыра. Шулай, балаларын ҡурсалап, үҙҙәренән күпкә ҙур, күпкә көслө дошмандарына ла йән аямай ташланалар. Ҡарлуғас булған ҡураға һайыҫҡан, ала ҡарға ише ҡараҡтар яҡынларға ҡыймай. Тимәк, улар ҡураны ла һаҡлай булып сыға. Ғәжәп ҡошсоҡтар ифрат файҙалылар ҙа.
Ауыл ере өсөн ҡарлуғас – үҙе бер айырым ҡош. Илгәҙәклек, яғымлылыҡ, ҡыйыулыҡ һәм эшһөйәрлек буйынса уға еткәне башҡаса юҡ. Ҡарлуғас – изге ҡош – наҙ, һөйкөмлөлөк, тоғролоҡ өлгөһө. Улар парҙарына бер ваҡытта ла хыянат итмәй. Матур, иркә ҡыҙҙарын әсәйҙәр юҡҡа ғына: «Ҡарлуғасым минең», – тип һөймәйҙер. Бер ҙә сыйырсығым, йә турғайым тимәйҙәр. Ни өсөн тигәндә, сыйырсыҡ матур һайраһа ла – ҡырыҫыраҡ, ә турғай тартымһаҡ булһа ла – күрер күҙгә күрекһеҙ генә.
Тағы ла, ҡарлуғастарҙың үҙҙәре кеүек үк тиктормаҫ балалары йыш ҡына ояларына ҡолап төшөүсән, шуға күрә уларҙы ҡарап ҡына торорға, йығылғандарын, йыртҡыс тырнағына эләкмәҫ борон, күтәреп һалырға кәрәк. Мин был изге эште йыш ҡына башҡарғаным бар. Ана шул изгелекте лә аңлай улар. Дөрөҫ, өлкән, тәжрибәле ҡарлуғас бәләкәстәрен тәпәйҙәренән ат ҡылы менән ояһына бәйләп ҡуя. Үҙем күргәнем бар. Шулай ҙа ҡайһы саҡ, ҡыл сиселеп, сыпсыҡтар йығылып төшкөләй. Ҡайһы берҙәре һәләк була, ләкин бындай осраҡтар һирәк, әммә булғылай.
Ә ҡарлуғастың төнгө йырын ишеткәнегеҙ бармы? Күптәрҙең юҡтыр. Эйе, эйе, балалары әле сыҡмаҫ элек ул төндәрен дә йырлай. Һандуғас һымаҡ. Һандуғастан айырмалы рәүештә ул осоп барғанда ла һайрай ала. Ҡарлуғастың төнгө йыры айырата моңло һәм серле. Мин шуныһына аптырайым: май, июнь айҙарының күҙгә төртһәң күренмәҫ дөм ҡараңғы төндәрендә ҡунып һайрар тимер сымдарҙы нисек итеп таба ул? Күҙҙәренең үткерлеге шул тиклемме?
Ҡарлуғастар менән хушлашыуы бигерәк ауыр. Көҙ миҙгеле етеп, һуңғы йәшен менән бергә йылҡылдап торған сөм-ҡара һыртлы, селт-аҡ сикәле, алһыу күкрәкле, асалы ҡыл ҡойроҡ шаян ҡарлуғастар ҙа йылы яҡтарға китеп бөтһә, ауыл ҡапыл ғына етемһерәп ҡалғандай була. Ауыл кешеһе ҡарлуғасһыҙ буш һауаға ҡарап күңелһеҙ генә көрһөнә, аҙаҡ, йылы хәтирәләргә бирелеүҙән йылмайып ҡуя.


Автор: Т. МУСИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 443

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513