Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Төрткө беҙҙе ас итмәне”
“Төрткө беҙҙе ас итмәне” “Башҡортостан”дағы (2017 йыл, 17 ғинуар) “Күҙе һуҡыр булһа ла, үҙе һуҡыр түгел” тигән мәҡәләне уҡып сыҡҡас, мин дә үҙебеҙ төрткө тотҡан ваҡытты иҫкә төшөрөп гәзиткә яҙырға булдым.
Һуҡыр сысҡан – ер аҫтынан юл йырып йөрөй торған осло моронло, тарбаҡ аяҡлы, ләпәк кәүҙәле ваҡ йәнлек. Аҙыҡ эҙләп, ана шул юлы буйлап йүгереп йөрөй. Ҡайһы бер ваҡытта ер өҫтөнә лә килеп сыға. Юлда осраған селәүсендәр, башҡа бөжәктәр менән туйына. Ике тапҡыр балалай. Күп кенә бала килтерә, шуның өсөн улар тиҙ үрсей.
Уның күҙе бик бәләкәй, энә менән төртһәң, шундай эҙ ҡала. Шуның өсөн дә инде уға икенсе исемде “һуҡыр сысҡан” тип ҡушҡандар. Еүешерәк урында йәшәргә яраталар. Юл һалған ваҡытында тупраҡты ер өҫтөнә сығарып ташлай. Тиреһе бик матур, ҡап-ҡара төҫтә.
Һуғыштан һуң беҙ уларҙы күпләп ауланыҡ. Ябай ғына ҡапҡандарҙы юлына ҡорҙоҡ. Һунар ваҡыты ла бар. Балалаған осоронда тоторға ярамай. Әсәләрен тотһаң, балалары үлә һәм уның тиреһе лә “брак” була, бик осһоҙға ғына ҡабул ителә. Өс сортлы була, дүртенсеһе – “брак”. Иң ҡиммәте – беренсе сорт. Икенсе һәм өсөнсөләренең хаҡтары түбәнерәк. Ҡара таплы тире өсөнсө сорт була ла инде. Дүртенсе сорты – тишелгән йәки йыртылған.
Яңғыҙ малайҙар бер нисә йөҙ тотһаҡ, атайлы йәки ҙур ағай­лылар меңәрләп тә тотто. Бының өсөн тиҫтәләгән километр үтергә кәрәк. Ҡапҡандарҙы ике тапҡыр (иртән һәм кискәрәк) ҡарап сыҡ­тыҡ. Беҙ, өс малай, утыҙ километр самаһы алыҫлыҡта (Урта Тел­мәйгә яҡын ғына ҡыуыш эшләп) яттыҡ. Эләккән сысҡан­дарҙың тиреһен ҡапҡанды ҡараған арала эшкәртәбеҙ. Бик күп эләкһә, ҡапҡандарҙы тикшереп сыҡҡандан һуң һуйып бөтөп, ҡыуыш янына барғас сөйләйбеҙ. Бер сысҡан тиреһен сөйләр өсөн һигеҙ сөй файҙаландыҡ. Күп тотҡан “бесәй­ҙәр” 4-6 сөй менән дә сикләнде, сөнки мең тотҡан булһалар – һигеҙәр сөйҙән 8 мең сөй кәрәк булыр ине. Тиреләр кипкәс тә, уларҙы сөйләгән урындан алып, йөнөн ыңғайына һы­пырып, себен инмәҫлек итеп урап йәшереп ҡуябыҙ. Тотоу ваҡыты 7-10 көн. Аҙаҡ тотҡандарының тиреһе эс яғы ҡара, ә тыш яғындағы йөндәре оҙонораҡ булып тора. Тиреләрҙе беҙ эшкәртмәнек. Нисек киптерҙек, шулай матурлап-таҙартып һалып, йыйыусыға тапшырҙыҡ.
Һуғыштан һуң аҙыҡ булманы. Бөтәһе лә норма менән өләшелде. Ә тире тапшы­рыусыларға он һәм башҡа аҙыҡ бирҙеләр. Сауҙа нөктәләрендә аҙыҡ иркен һатыла башлағас ҡына үҙебеҙ теләгәнде алдыҡ.
Һуғыш осоронда сабата эшләп һатып туйынһаҡ, һуғыштан һуң беҙҙе һуҡыр сысҡан “туйҙырҙы”.
Хәҙерге ваҡытта һуҡыр сысҡан тиреһен ҡабул итеүселәр юҡ, шу­ның өсөндөр инде улар өй янын­дағы баҡсаларға ла килде. Мин ағастарыбыҙға, йәшелсәләргә зыян килтер­мәһен тип тотҡолайым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 050

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 415

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 947

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 853

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 595

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 206

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 430

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 400

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 309

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 497