Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарбаҡ мөгөҙлө баһадир
Тарбаҡ мөгөҙлө баһадир
Урмандарыбыҙҙы был хайуандарһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Хәтеремдә, атайым менән утынға барғайныҡ. Тракторҙы һүндереп, кабинанан төшөүебеҙ булды, ағас шатыр-шотор килгәнгә ҡотобоҙ осоп, кире техникаға һыйындыҡ. Ни булыр икән? Баҡһаң, беҙҙән өс-дүрт метр ғына алыҫлыҡта өс мышы үтеп бара: алда эре мөгөҙөн тырпайтҡан үгеҙ – ата мышы, уртала бәләкәй генә быҙауы, артта – инәһе. Беҙ уларҙың биләмәһенә ингәнбеҙ, имеш, тыныслыҡтарын боҙғанбыҙ. Ҡурҡыуын да ҡурҡҡанмындыр инде, уныһы хәтерҙә ҡалмаған, ә бына һоҡланып ҡарап тороуыбыҙ бөгөнгөләй хәтерҙә. Ҡайһылай матур ине улар!

Мышылар – урман хайуандары араһын­да иң ҙурҙары. Оло үгеҙенең буй оҙонлоғо 300 сантиметрға, ауырлығы 580 – 600 килограмға етә. Боландар төркөмөнә ингән ҡыр хайуандары араһында улар үҙҙәренең оҙон аяҡлы, киң күкрәкле, ҙур, ауыр башлы булыуы менән айырылып тора. Муйыны аҫтында 25 – 40 сантиметрға еткән “алҡа”һы ла бар. Төҫтәре – ҡараһыу-һоро.
Үгеҙ мышының бар матурлығы мөгөҙөн­дәлер. Мөгөҙ – уның көс-ғәйрәте ташып тороуы билдәһе. Ул төрлөсә булырға мөмкин. Ләкин беҙ ҙур “көрәк”леһенә күнеккәнбеҙ, һәр хәлдә, шулай күрге килә. “Көрәк” ике яҡҡа тарбая ла бәләкәй-бәләкәй “тармаҡ”тар (хатта 18-гә етә) ебәрә.
Мышы Ер шарының күп өлөшөндә таралған. Хатта Евразия һәм Төньяҡ Американың төньяҡ урмандарына тиклем бар, ләкин ул Европала һан яғынан бик ныҡ кәмей. Шулай ҙа уларҙы һаҡлау саралары һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. Бының өсөн тәүҙә иҫәпкә алалар, урмандарҙы йәшәр­тәләр (оло ағастарҙы ҡырҡалар) һ.б. Мышы үҙе генә лә алты-ете төргә бүленә. Ғәҙәттә, ҙурлығына, төҫөнә ҡарап төрлөсә йөрөтәләр. Мәҫәлән, иң ҙурҙары – Америка, һуңынан Көнсығыш Себер төркөмдәре һанала, иң бәләкәйҙәре – Уссуриҙағылар.
Үҙенә күрә әрһеҙ, аҙыҡҡа талымһыҙ хай­уан ул. Ҡайһы бер кешеләр уларҙы йәш ағастарҙы ҡырған зарарлы кейек тип һанай. Уйлап ҡараһаң, был, ысынлап та, шулай төҫлө: оло мышы йәйен көнөнә 35 килограмғаса, ҡышын 12-15 килограмм аҙыҡ ашай. Йылына бөтәһе ете тонна аҙыҡ китһә, шуларҙың дүрт тоннаһы – йәш ағас үҫентеләре, 1,5 тоннаһы – ағас япраҡтары, 700 килограмы ҡайыр, шул тиклем үк ҡыуаҡ һәм үлән иҫәпләнә. Ләкин асылда урман хужалығына килтергән зыяндары күп осраҡта арттырып күрһәтелә.
Боландарҙан айырмалы рәүештә, “мөхәббәт уйындары” ваҡытында үгеҙҙәр әллә нисә инәнән торған “гарем” йыймай. Күпселектә улар берәүҙе генә үҙ итә. Тик махсус фермаларҙа, һунарсылыҡ хужалыҡтарында ғына был тәртиптең боҙолоуы мөмкин. Фермаларҙа, мәҫәлән, бер үгеҙгә биш-алты инә малды иҫәпләп тоталар.
Инә мышы 225 – 240 көн быуаҙ йөрөй. Ғәҙәттә, быҙауҙар апрель – май айҙарында донъяға килә. Бер йәки игеҙ быҙау табалар. Тапҡандан һуң аҙнаға яҡын ошо урындан китмәйҙәр. Быҙауҙар аҙнанан һуң яй ғына әсәһе артынан эйәрә. Ошо ваҡыттан уҡ йәш ағас япраҡтарын ҡымтый башлаһалар ҙа, ботаҡтарҙы эйергә, һындырырға тик ай үткәс кенә көстәре етә. Ә бына оҙон аяҡтары үлән ашарға “ҡамасаулай”. Шуға ла, бер айлыҡ булғас, үлән ашаған быҙау тубыҡланып йөрөргә мәжбүр. Әсәләре башлыса 3,5–4 ай буйы имеҙә. Ләкин ҡабат “мөхәббәт уйыны” уйнамаһалар, ноябрь – декабргәсә лә имеҙергә мөмкиндәр. Инә мышының һөтө һыйырҙыҡына ҡарағанда өс-дүрт тапҡырға ҡуйыраҡ, аҡһымы биш тапҡырға күберәк. Көнөнә быҙау ни бары бер-ике литр һөт эсә. Был уға нормаль үҫергә етә. Яңы тыуған быҙау 6 – 16 кг ауырлыҡта булһа, көҙгә иһә 120 – 130 килограмға етә.
Үгеҙ мышы быҙауҙарының тәүге мөгөҙҙәре бер йылдан һуң барлыҡҡа килә. Июль – авгусҡа улар ҡата, нығына. Ә “көрәк” мөгөҙҙәр тик бишенсе йылына ғына үҫә башлай.
Мышылар 20 – 25 йыл йәшәй тип иҫәпләнә, ләкин тәбиғәт шарттарында улар был йәшкә етә алмай. Яҙын йоҡонан уянған ас айыуҙарҙың, ҡышын иһә бүреләрҙең ҡорбанына әйләнәләр. Бигерәк тә йәш быҙауҙары. Ҡурҡыныс янағанда мышы алғы аяҡтары менән һаҡлана. Ҡулай урын табып, артын ағасҡа йәки ҡаяға терәгәндә, мышы тояҡтары менән бер нисә бүрегә ҡаршы тора ала. Балаларын һаҡлағанда хайуанҡайҙың хатта айыуҙы тибеп үлтергәне билдәле.
Мышы кешегә тиҙ өйрәнә һәм бик тиҙ һыуына ала. Һуңғы йылдарҙа ҡыштарын ҡала, ауыл ситтәренә үк килеп сығалар. Уларҙы машина, завод тауыштары ла ҡурҡытмай. Машина тигәндән, ҡайһы саҡ ошо ҡурҡмауы үҙҙәрен дә һәләкәткә килтерә, әҙәм балаһының да ғүмеренә ҡурҡыныс менән янай. Был хайуанҡайҙы бер ҡурҡытһаң, ул кешеләргә яҡын килмәй, киреһенсә, әҙәм балаһына ҡарата “нәфрәте” уянырға мөмкин. Шундай хәлдәр ҙә билдәле: инәһе йәки атаһының күҙ алдында балаһын атҡандарҙан улар үс тә алғаны бар.
Мышылар әллә ни ҙур көтөүгә ойошоп, бергә тупланмай. Тик ҡышын ғына күмәкләп тауҙарҙан үҙәндәргә төшөүҙәре, ошо юлды бергә үтеүҙәре билдәле.
Йәйен улар һыуға инеп торорға ярата, яҡшы йөҙә. Оҙон тояҡтары ҡурҡыныс янағанда ҡасырға ла ярҙам итә, ҡарҙа ла бик батып бармайҙар. Мышының көнөнә 20 – 30 километр юл үтеүе мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яҙҙы ашҡынып көткәндер...

Яҙҙы ашҡынып көткәндер... 10.03.2019 // Ҡырағай мөхит

Ошо байрам көндәрендә Веселовка ауылы халҡы эргәлә атыу тауыштары ишетә. Һөҙөмтәлә, республиканың...

Тотош уҡырға 1 129

Һаҡлау мөмкинлеге – халыҡ-ара кимәлдә

Һаҡлау мөмкинлеге – халыҡ-ара кимәлдә 30.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Башҡортостандың символына әүерелгән уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары – шихандарҙың яҙмышы һаман да хәл...

Тотош уҡырға 1 287

Мансур ағай хикәйәттәре

Мансур ағай хикәйәттәре 27.01.2019 // Йәмғиәт / Ҡырағай мөхит

...Тауҙар араһындағы бәләкәй генә өйҙә урмансы һәм уның ҡатыны йәшәй. Үҙенә тәғәйенләнгән биләмә...

Тотош уҡырға 1 873

Әйләнә лә киләләр...

Әйләнә лә киләләр... 26.01.2019 // Йәмғиәт / Ҡырағай мөхит

Иглин районының Оло Теләк ҡасабаһында йәшәгән киң билдәле фермер Хәсән Иҙиәтуллиндың хужалығында...

Тотош уҡырға 1 750

Иҫәпленең ҡошо ла теүәл

Иҫәпленең ҡошо ла теүәл 21.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Үткән ял көндәрен мәскәүҙәр файҙалы үткәрҙе: улар орнитологтарға ярҙам итеү өсөн һыуҙа йөҙгән...

Тотош уҡырға 1 090

Йәнлектәр шәкәр сиренә бирешмәй

Йәнлектәр шәкәр сиренә бирешмәй 18.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Ҡырағай тәбиғәттә хайуандар шәкәр сире менән ауырымай һәм һимереү менән яфаланмай....

Тотош уҡырға 1 175

130 йәшкә еткән

130 йәшкә еткән 16.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Һиндостанда 130 йәшкә етеп үлгән крокодил менән бәхилләшергә 500-ҙән ашыу кеше килгән....

Тотош уҡырға 1 128

Бөгөн – Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө

Бөгөн – Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө 11.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Беренсе тапҡыр был датаны Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау фонды башланғысы менән 1997 йылда билдәләй...

Тотош уҡырға 1 370

Лань, ҡабан балаһы, тур үгеҙенең дуҫлығы

Лань, ҡабан балаһы, тур үгеҙенең дуҫлығы 10.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Лань, тур үгеҙе, дөйәғош... Юҡ-юҡ, йылы яҡта түгел, республикабыҙҙың Нуриман районында ла күрергә...

Тотош уҡырға 1 160

Ул ултыртҡан урман шаулап үҫә

Ул ултыртҡан урман шаулап үҫә 25.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Туймазы районының Верхнетроицк ауылы китапханаһында РСФСР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты,...

Тотош уҡырға 1 090

“Бәләкәй болан”

“Бәләкәй болан” 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Урман-ҡырҙарыбыҙ биҙәге. Ҡоралайҙарҙы “бәләкәй болан” тип тә йөрөтәләр....

Тотош уҡырға 1 343

Урман һаҡсылары

Урман һаҡсылары 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Һалҡын көндәр башландымы, башҡа ваҡытта күҙгә күренмәгән теремек ҡарабаш турғайҙар кешеләр йәшәгән...

Тотош уҡырға 1 402