Башҡортостан Хөкүмәтендә муниципаль район һәм ҡала округтарының хакимиәт башлыҡтары менән селектор кәңәшмәһе уҙғарылды. Уны республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү комиссияһы рәйесе, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев алып барҙы.
Ярты йыл эсендә 2 063 янғын теркәлгән. Ул 209 кешенең ғүмерен өҙгән, 155-е имгәнгән. Кәңәшмәлә район һәм ҡалаларҙағы хәлгә ентекле анализ яһалды, янғын күрһәткесенең артыу сәбәптәре асыҡланды. Бөтә биләмәләрҙә лә халыҡҡа янғын хаҡында хәбәр итеү системаһы ғәмәлгә индерелмәгән, йылға-күлдәрҙән һыу алыу урындарында уңайлыҡ юҡ. Шулай уҡ кешеләр ял иткән ерҙә усаҡ, сүп-сар яғыуға контролде көсәйтергә кәрәк.
Кәңәшмәлә бәләкәй суднолар буйынса баш дәүләт инспекторы Рафаил Ғәниев Башҡортостандың йылға-күлдәрендәге хәл тураһында сығыш яһаны. Статистиканан күренеүенсә, йыл башынан һыуҙа 34 кеше, шул иҫәптән дүрт бала һәләк булған. Фажиғәләрҙең төп сәбәбе — иҫерек килеш, шулай уҡ рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеү.
Селектор кәңәшмәһендә муниципаль райондарҙың күпселегендә йыһазландырылған пляждарҙың булмауы билдәләнде. Фажиғәгә юл ҡуймау маҡсатында, һыу инеү урындарын тәртипкә килтереү мәсьәләһе күтәрелде.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев янғын хәүефһеҙлеге йәһәтенән ҡайһы бер бурыстарҙы билдәләне.