Ҡотороу сире таралмаһын03.07.2013
Ҡыйғы районындағы Арыҫлан, Яңауылдағы Ҡом һәм Саҡмағоштағы Иҫке Биккенә ауылдарында ҡотороу сиренә бәйле карантин индерелгән. Башҡортостан Президенты Указына ярашлы, был биләмәләрҙә йорт хайуандарын һатыу, эт һәм бесәй күргәҙмәләре үткәреү, малдарҙы ситкә сығарыу тыйылған. Республиканың Ветеринария идаралығына махсус комиссия, сирҙең таралыуына юл ҡуймау саралары ойоштороу бурысы йөкмәтелгән. Идаралыҡтың бүлек начальнигы Дамир Хужин хәбәр итеүенсә, әле комиссия сирҙең таралыу сиген, хәүеф зоналарын билдәләй. Урындағы халыҡ — медицина хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүе аҫтында. Дамир Хужин әйтеүенсә, карантин индереүгә сирле хайуандың кешегә һөжүм итеүе нигеҙ булған: Арыҫлан ауылында төлкө биш йәшлек ҡыҙға ташланған, Ҡом ауылында бер ҡатынды бесәй тешләгән, ә Биккенәлә ике ир ауырыу бесәйҙән зыян күргән.


Вернуться назад