Өс бейеүсе үҫә28.10.2011
Өс бейеүсе үҫәАҡъяр ауылында йәшәүсе Айгөл менән Юнир Байғусҡаровтарҙың татыу ғаиләһендә буласаҡ өс бейеүсе үҫә тиһәм, һис яңылышмаҫмын. Улар балаларында бейеүгә ҡарата һөйөү тәрбиәләп кенә ҡалмай, был сәнғәт төрөнөң мөғжизәле донъяһын да аса.
Ун ике йәшлек Наҙгөл дә, туғыҙы тулған Венер ҙа, хатта өс йәшлек Мәликә лә йыл һайын Күгәрсен районының Мораҙым тарлауығында үткән “Байыҡ” бейеү конкурсында ҡатнашып, призлы урындарҙы алмайынса ҡалмай. Быйылғы бәйгелә Венер Байғусҡаров башҡарыуындағы “Ирәндек” башҡорт халыҡ бейеүе икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Былтыр Наҙгөл ошо уҡ мәҙәни сарала — “Башҡорт бейеүен һаҡлау һәм үҫтереү”, ә Венер “Үҙенсәлекле башҡарыусы” номинацияһында бүләк яуланы.
— Үҙемдең бала саҡ хыялымдың кескәйҙәремдә тормошҡа ашыуына сикһеҙ шатмын, — тип йылмая бәхетле әсә. — Уларҙың һәләтен артабан үҫтерергә кәрәк. Күпселек ваҡытымды балаларға бүләм, йыр, бейеү, спорт, һүрәт төшөрөү буйынса ла шөғөлләнеп ҡараныҡ, әммә бейеү яҡыныраҡ.
Ысынлап та, татыу ғаиләлә бейемәйенсә торған көн юҡтыр. Балалар түңәрәктә шөғөлләнеү менән генә сикләнһә, уңыштары ла ҙур булмаҫ ине, ти әсә. Шуға ла өйҙә уларҙың һәр хәрәкәтен, һығылмалылығын, көйҙө тойоу һәләтен, бейеү хәрәкәттәрендәге оҫталығын тикшереп, кәрәк урында өйрәтеп кенә тора. Айгөл Байғусҡарова балаларҙың дәрестән ҡайтҡанын көтөп ала, һуңынан бейеү түңәрәгенә оҙатып ҡуя, кисен дәрес әҙерләргә ярҙам итә.
— Беҙ уларҙы мотлаҡ бейеүсе булығыҙ тип үҫтермәйбеҙ, әммә киләсәктәрен был сәнғәт төрө менән бәйләргә уйлаһалар, ҡаршылығыбыҙ юҡ, — ти атайҙары.
Балалар төрлө ярыштарҙа ҡатнашырға теләһә, сығымдарҙы үҙҙәренең иҫәбенә ҡаплаған осраҡтары ла бар икән. Улдары пластилиндан төрлө әйберҙәр эшләү менән мауыға, әсәһе киләсәктә уны архитектор итеп күрергә теләй. “Ниндәй һөнәр һайлаһалар ҙа, тәү сиратта, кешелекле һәм кеселекле, илебеҙгә кәрәкле булыуҙарын теләйбеҙ”, — ти ата-әсә.
Ҡасандыр Сәйфулла Дилмөхәмәтовтан сихри музыка ҡоралы серенә өйрәнеп, районда ҡурай тартҡан Айгөл Байғусҡарованың балалары сәнғәтте үҙ итеүе юҡҡа түгел. Алма ағасынан йыраҡ төшмәй тигәндәй, әле ул, бәләкәй ҡыҙына бейеү һалып, “Байыҡ” бәйгеһенә әҙерләй. Хәҙерҙән үк апаһы менән ағаһының уртаһына баҫып, улар кеүек бейергә тырышҡан кескәй ҡыҙының да йондоҙло сәғәте һуғасағына шик юҡ. Хәйер, бейеүселәр тәрбиәләгән Айгөл менән Юнир Байғусҡаровтарҙың киләсәктә ғаилә ансамбле төҙөргә лә ниәте бар. Ата-әсәләренең, уҡытыусыларының ғына түгел, тотош Хәйбулла районының ғорурлығы булған йәш бейеүселәрҙең уңыштары алда әле.

Хәйбулла районы


Вернуться назад