Йәнә иң күп һалдат — Башҡортостандан06.12.2012
Волга буйы, Урал һәм Көнбайыш Себер округтарындағы 29 төбәктең хәрби комиссариаттары 38 меңдән ашыу егетте хеҙмәткә оҙатты. Был көҙгө саҡырыу планының 63 проценттан ашыуын тәшкил итә.
Ун туғыҙ мең егет Үҙәк хәрби округ төбәктәрендә, алты меңдән ашыуы — Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәрендә, дүрт меңдән ашыуы — Стратегик тәғәйенләнештәге ракета, 2,5 меңе Һауа десанты ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Башҡортостан Республикаһының Хәрби комиссариаты алты меңдән ашыу егетте хеҙмәткә оҙатасаҡ. Был — иң юғары күрһәткес.
Ошо көндәрҙә 700 кеше армия сафына баҫа. Һуңғы хәрби командалар йыйылыу пункттарынан 26 декабрҙә оҙатыласаҡ. Эпидемиологик хәл ҡатмарлы булғанға күрә, ҡайһы бер төбәктәрҙә йәш һалдаттарҙың һаулығын һаҡлау буйынса саралар күрелә. Әүәлгесә обсервация режимы ғәмәлдә ҡала — хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе ялға ебәреү, туғандар менән осрашыу ваҡытлыса тыйылған.
Үҙәк хәрби округтың матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, хеҙмәткә яңы саҡырылыусыларға ҡайһы бер йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы вакцина һалына, витаминдар, иммунитетты күтәргән препараттар таратыла.

А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад