Электрон матбуғатҡа яҙылыу тураһында йыш һөйләйҙәр, артабан ошо ысулға өҫтөнлөк биреләсәк, тиеүселәр ҙә бар. Миңә ҡалһа, теләгән ваҡытта үҙем яратҡан баҫманың сайтына инеп, уны түләүһеҙ ҙә уҡый алам. Бер ниндәй ҙә айырма күрмәйем. Уйлап ҡараһаң, Интернетҡа инер өсөн түләгәнмен дә инде, ниңә кеҫәмдән тағы ла аҡса сығарырға?
В. НАЗАРОВ.
Архангел районы.
Ысынлап та, киләсәктә гәзит-журналдарҙың PDF версияһына яҙылып буласаҡ. Алға ҡарап йәшәүселәр һәм киңерәк фекер йөрөтөүселәр әле үк ошо юлды һайлай. Әлбиттә, сайтҡа инеп тә теге йәки был мәҡәлә менән танышыу мөмкинлеге бар, әммә матбуғатҡа яҙылыуҙың электрон төрөндә ыңғай яҡтар бихисап. Беренсенән, гәзит типографияға оҙатылған кистә үк автоматик рәүештә һеҙгә килеп етәсәк (сайтҡа һуңыраҡ ҡуйыла). Икенсенән, компьютерҙа баҫманың тәүге йәки башҡа биттәрен айырым ҡарарға мөмкин. Өсөнсөнән, сайтҡа ингәс, кәрәкле мәҡәләне оҙаҡ эҙләп ултырырға кәрәк, ә PDF-та материалды табыу күпкә еңелерәк.
И. АҠЪЮЛОВ әҙерләне.