“Аҡ торна” конкурсына йомғаҡ яһалды
Быйыл апрелдә төрки телле шиғриәт әҫәрҙәрен тәржемә итеүселәрҙең “Аҡ торна” халыҡ-ара конкурсы шиғриәт һөйөүселәрҙең киң ҡатламын төрки телдәр ғаиләһенә ингән телдәрҙең береһендә, әйтәйек, азербайжан, алтай, башҡорт, ғағауз, долган, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡарасәй-балҡар, ҡырғыҙ, ҡырым татарҙары, ҡумыҡ, нуғай, татар, тофалар, тыва, төрөк, төркмән, үзбәк, уйғыр, урум, хакас, сыуаш, шор, яҡут телдәрендә яҙылған әҫәрҙәрҙең урыҫ телендәге тәржемәһе менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны.
Тәүге тапҡыр үткәрелеүсе бәйге, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Яҙыусылар союзы, “Мәҙәниәт” телеканалы (Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының филиалы), “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы, “Бельские просторы”, “Ағиҙел” әҙәби-нәфис журналдары менән берлектә, “Имидж-консультант” консалтинг компанияһы тарафынан үткәрелде.
Төрөк донъяһы, Башҡорт иле Нәсими, Абай, Ғабдулла Туҡай, Хәмзә Хәким-задә кеүек аҫыл шиғриәт әһелдәрен белә. Башҡорт шиғриәте шәреҡ донъяһына Мифтахетдин Аҡмулла, Мәжит Ғафури, Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Абдулхаҡ Игебаев һәм бүтән һүҙ оҫталарын биргән.
Белеүебеҙсә, урыҫ теле — донъялағы иң таралған славян телдәренең береһе. Шуға ла был тәржемәүи бәйге үрҙә һанап үтелгән төрки телдәрендә ижад итеүсе күп авторҙарға үҙ әҫәрҙәре менән киң аудитория алдына, Рәсәй кимәленә сығырға мөмкинлек бирер, милли әҙәбиәттәр үҫешенә мөһим өлөш индерер, тигән маҡсаттан ойошторолдо.
Әлеге көндә Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә төрки телдәрҙән тәржемә итеүселәр өсөн конкурстар һирәк үткәрелә. Был йәһәттән “Аҡ торна” бәйгеһе мәҙәни йәһәттән ҙур әһәмиәтле, милләт-ара ихтирамды нығытыусы үҙенсәлекле әҙәби сара булып тора. Икенсе халыҡтың мәҙәниәте, әҙәбиәте менән танышыу — халыҡтар араһындағы тыныслыҡҡа һәм татыулыҡҡа илтеүсе төп юлдарҙың береһе.
Мифтарҙа, легендаларҙа яҙылыуынса, торна — ҡыуаныслы хәбәр килтерә торған изге ҡош. Донъя мәҙәниәттәрендә ул йыш ҡына ҡояш менән тиңләштерелә. Шуға ла был ҡош образы күп кенә шәреҡ иле халыҡтарының мифтарында, риүәйәттәрендә һәм шиғриәттәрендә телгә алына.
Торналарҙың яҙ килтереүсе ҡош тип билдәләнеүе — рухи яңырыу, физик көс һәм ғәйрәт символы. Конкурстың һүрәтендә ике бейеүсе торна сағылдырылған. Уларҙың парлап бейеүе йәшәүҙең һәм мөхәббәттең кәүҙәләнеше булараҡ ҡабул ителә, композиция яғы төрки халыҡтарының традицион биҙәктәрен хәтерләтә. Торналарҙың ҡанаттары ҡояш менән ярым ай рәүешендә бер-береһенә үрелгән, шуның менән улар ике мәҙәниәттең — Көнбайыш менән Көнсығыштың, Европа менән Азияның — берҙәмлеген сағылдыра.
Конкурста 18 йәше тулған тәржемәселәр ҡатнашты һәм бөтәһе 370 эш ҡабул ителде. Алтай, Ҡабарҙа-Балҡар, Саха (Яҡут), Тыва, Хакасия республикалары, Мәскәү, Ярославль, Әстрхан ҡалалары, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Украина, Германия һәм Австрия ижадсылары көстәрен һынап ҡараны. Әлбиттә, күпселекте Башҡортостан әҙиптәре тәшкил итте: конкурсҡа Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Бәләбәй, Дәүләкән, Туймазы ҡалаларынан, Көйөргәҙе, Салауат, Өфө райондары тәржемәселәренән әҙәби шәлкемдәр килгәйне.
Бәйгеселәрҙең эштәре лирика, гражданлыҡ шиғриәте, эксперименталь форма номинацияларында баһаланды, лауреаттар һәм дипломанттар билдәләнде. Башҡорт теленән иң яҡшы тәржемә авторына баһалама комиссияһының махсус призы билдәләнде.
Финалға Башҡортостандан дүрт шағир-тәржемәсе үтте: Розалия Дәүләтбәкова, Светлана Чураева, Айҙар Хөсәйенов, Дамир Шәрәфетдинов. Розалия Дәүләтбәкова — төрөк теленән, ҡалғандары башҡорт теленән тәржемә иткән.
Ошо көндәрҙә был күркәм мәҙәни сараға йомғаҡ яһалды, еңеүселәр билдәләнде. Лауреаттар менән осрашыу тантанаһы 25 ноябрҙә Өфөнөң “Йәштәр һарайы”нда киске сәғәт 6-ла үтәсәк (инеү бушлай). Республикабыҙҙың билдәле эстрада йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ, күргәҙмә ойоштороласаҡ, еңеүсе лауреаттар үҙҙәре тәржемә иткән шиғырҙарын уҡып ишеттерәсәк.
Р. ТАЙМАҪОВ.