Бер-беребеҙгә таяныс булайыҡ!07.09.2012
1 сентябрҙән 2013 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу башланды.
“Башҡортостан” гәзите киләһе йыл да өйөгөҙгә йәки эшләгән урынығыҙға килеүен дауам итһен тиһәгеҙ, ошо хаҡта әле үк хәстәрлек күрегеҙ. Баҫмаға Рәсәйҙең барлыҡ почта бүлексәләрендә лә яҙылып була, ул “Рәсәй матбуғаты” каталогына индерелгән. Шуға күрә бер ниндәй ҙә аңлашылмаусанлыҡ тыумаҫҡа тейеш.
Гәзиткә өс индекс буйынса яҙыла алаһығыҙ. Аҙнаһына биш тапҡыр килә торғанын һайлаһағыҙ, һис кенә лә отолмаҫһығыҙ. Ул сағында донъя, ил, республика яңылыҡтары, халыҡтың йәшәйеше, тарихы менән даими танышып барасаҡһығыҙ, үҙегеҙҙе борсоған мәсьәләләргә яуап табырһығыҙ. Ә “Башҡортостан”- Йома”ға нигеҙҙә аҙ килемле ғаиләләр яҙыла ала.

2013 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу хаҡтары:

------------бер айға,--------алты айға,----индексы

Аҙнаға биш килә торған
гәзиткә яҙылыу хаҡы 117 һум 72 тин, 706 һум 32 тин, 50600

Аҙнаға бер килә торған
гәзиткә (йома —
телепрограммаһыҙ) 24 һум 44 тин 146 һум 64 тин 31805
Предприятиелар һәм
ойошмалар өсөн 145 һум 13 тин 870 һум 78 тин 60740

Һеҙҙе, ҡәҙерле дуҫтар, гәзиткә яҙылыуҙы йыл аҙағына ҡалдырмаҫҡа, әле үк почта бүлексәләренә ашығырға саҡырабыҙ. Шулай уҡ ошо хаҡта күрше-күләнегеҙгә, туған-тыумасағыҙға һәм яҡындарығыҙға ла еткерһәгеҙ ине.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!


Вернуться назад