Ташламалар бар06.09.2012
1 сентябрҙән киләһе йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу башланды. Башҡортостандағы барлыҡ почта бүлексәләрендә үҙегеҙ теләгән гәзит, журналға яҙыла алаһығыҙ. Дүрт йыл дауамында тарифтарҙы үҙгәрешһеҙ һаҡлап ҡалғанға күрә, республика буйынса баҫмаларҙың тиражы быйылғы кимәлдә ҡаласаҡ, тип фаразлана.
Башҡортостандың Федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ирек Ғәлимов әйтеүенсә, төбәк халҡы ҡағыҙҙағы матбуғатҡа тоғро ҡала. Тәүге ярты йыллыҡта ғына республика почтальондары уларға 42 миллион дана гәзит, журнал, китап продукцияһы еткергән.
Йәмәғәтселек фекерен белешеү ҙә Рәсәйҙә матбуғат баҫмаларының абруйын раҫлай. Илдең 46 төбәгендә халыҡтың күпселеге почта бүлексәләрендә яҙылыуҙы хуп күрә. Улар араһында 45 йәштән олораҡтар өҫтөнлөк итә. Һорау бирелгәндәрҙең яртыһынан күберәге ҡайһы бер баҫмаларға яҙыла, ә бәғзеләрен һатып ала. Ойошмалар башлыса “Рәсәй почтаһы” аша алдыра.
Идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, I һәм II группа инвалидтарына, һуҡыр һәм насар күргән кешеләргә ташламалар бирелә. Күп даналы гәзит, журналдарға, барлыҡ район һәм ҡала баҫмаларына льготалы хаҡ буйынса яҙылырға мөмкин. Бынан тыш, почтальон өйөгөҙгә килеп, яратҡан баҫмағыҙға яҙылырға ярҙам итәсәк.
Матбуғатҡа яҙылғанда төрлө льготалы шарттар булдырыу ошо өлкәлә тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә, тигән фекерҙә белгестәр. Мәҫәлән, почта гәзит һәм журнал редакциялары менән берлектә үткәргән Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадалары осоронда бер адресҡа өс һәм унан күберәк баҫманы алдырғанда ташлама бирелә.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад