1 сентябрҙән гәзит-журналдарға яҙылыу башлана31.08.2012
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ һәм ҡәрҙәштәребеҙ!
Редакция тормошондағы иң яуаплы һәм мәшәҡәтле осорға еттек — 1 сентябрҙән 2013 йылдың тәүге яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу башлана.
Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тиҙәр. Бергәләп, йәғни һеҙҙең менән, мөхтәрәм ҡәрҙәштәребеҙ, 2012 йылдың икенсе яртыһындағы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын уңышлы ғына атҡарып сыҡтыҡ. Билдәле булыуынса, “Башҡортостан” да, республикалағы барлыҡ баҫмалар кеүек үк, заман ауырлыҡтары менән осраша, башҡаларға ҡағылған үҙгәрештәр уны ла урап үтмәй.
Дөйөм алғанда, һөҙөмтә ул тиклем үк күңелде төшөрөрлөк түгел. Шулай ҙа ҡайһы бер төбәктәрҙә уҡыусыларыбыҙҙың кәмей барыуы тәрән борсоуға һала. Ә һылтау эҙләмәй, теге йәки был сәбәп тапмай әлегәсә беҙҙән айырылмаған тоғро дуҫтарыбыҙға оло рәхмәт. Йәнә республикабыҙҙың милли телдәге төп баҫмаһын таратыуҙа ярҙам иткән ҡала һәм район хакимиәттәре етәкселәренә, ошо мөһим сарала туранан-тура ҡатнашҡан почтальондарға һәм халыҡ араһындағы әүҙемселәргә лә йылы һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрйән, Илеш, Йәрмәкәй, Ҡариҙел, Краснокама, Кушнаренко, Салауат, Хәйбулла, Әбйәлил һәм тағы бер нисә районда уҡыусыларыбыҙҙың артыуы ифрат шатландырҙы. Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Миәкә, Иглин, Шишмә, Ауырғазы һәм башҡа ҡайһы бер райондарҙа гәзитте алдырыусыларҙың күбәйеүенә өмөтләнергә генә ҡала әле. Ул төбәктәрҙәге уҡыусыларыбыҙ яңынан “Башҡортостан”ды үҙ итер, киләһе йылда беҙҙең менән бергә булыр, тип ышанабыҙ.
1 сентябрҙән 2013 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу башланды, “Башҡортостан”ға Рәсәйҙең барлыҡ почта бүлексәләрендә лә яҙылып була. Баҫмабыҙ “Рәсәй матбуғаты” тигән каталогка индерелгән, шуға күрә бер ниндәй аңлашылмаусанлыҡ тыумаҫҡа тейеш. Алдағы йыл өсөн гәзиткә өс индекс буйынса яҙылып буласаҡ. Аҙнаһына биш тапҡыр килә торғанын һайлаһағыҙ, һис кенә лә отолмаҫһығыҙ, тип ышандырабыҙ. Ул сағында донъя, ил, республика яңылыҡтары, халыҡтың йәшәйеше, тарихы менән даими танышып барасаҡһығыҙ, үҙегеҙҙе борсоған мәсьәләләргә яуап ала аласаҡһығыҙ. Ә “Башҡортостан”-Йома”ға нигеҙҙә аҙ килемле ғаиләләр яҙыла ала.
2013 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу хаҡтары:
бер айға алты айға индексы
Аҙнаға биш килә торған 117 һум 72 тин, 706 һум 32 тин, 50600
гәзиткә яҙылыу хаҡы
Аҙнаға бер килә торған
гәзиткә (йома — 24 һум 44 тин 146 һум 64 тин 31805
телепрограммаһыҙ)
Предприятиелар һәм 145 һум 13 тин 870 һум 78 тин 60740
ойошмалар өсөн
Һеҙҙе, ҡәҙерле дуҫтар, гәзиткә яҙылыуҙы йыл аҙағына ҡалдырмаҫҡа,
әле үк почта бүлексәләренә ашығырға саҡырабыҙ. Ошо хаҡта күрше-
күләнегеҙгә, туған-тыумасағыҙға һәм яҡындарығыҙға ла еткерһәгеҙ ине.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!