Мәктәпкә бергәләп әҙерләнәйек!29.08.2012
“Балаға мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит”. Рәсәй балалар фондының Башҡортостандағы бүлексәһе һәр уҡыу йылы алдынан ойошторған акция шулай тип атала.
Сараның маҡсаты — балалар йорттарында, социаль приюттарҙа, патронат, опекун, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәргә кейем, уҡыу кәрәк-ярағы менән ярҙам итеү. I класҡа барасаҡ кескәйҙәргә айырым иғтибар бүленә. Улар өсөн 7 сентябрҙә байрам да ойоштормаҡсылар.
— Фонд ҡарамағында балалар әйбере һәм китаптары банкы ла бар, — ти бүлексә рәйесе Нина Федянина. — Изге күңелле кешеләр ҡатнашлығында уны даими тулыландырабыҙ. Фонд балаларға кәрәкле һәр төрлө әйбер, уҡыу кәрәк-ярағы, аҡсалата ярҙам ҡабул итергә әҙер.
Рәсәй балалар фондының Башҡортостандағы бүлексәһе реквизиттары:
ИНН 0274020062
КПП 027501001
Р/с 40703810307390000149 в ОАО Социнвестбанк г. Уфа
К/с 30101810900000000739, БИК 048073739
Адрес: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 72-се йорт. Бәйләнеш өсөн телефондар: 272-23-68, 272-23-48.