Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе булған.Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, “Chevrolet Niva” (водителе – Ағиҙел ҡалаһынан 69 йәшлек ир) “КамАЗ”ға (Удмуртияныҡы, водитель 53 йәшлек) бәрелгән.
“Һөҙөмтәлә еңел машиналағы 58 йәшлек пассажир ҡатын шул урында һәләк булған. Водителдәр зыян күрмәгән”, – тиелә ЮХХДИ хеҙмәте хәбәрендә.
Үткән тәүлектә республика юлдарында ун автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ике кеше һәләк булған, һигеҙе төрлө йәрәхәт алған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл ҡағиҙәһен боҙоуҙың 2600-ҙән ашыу осрағы асыҡланған, 44 иҫерек водитель тотолған.