Водитель танытмаһын алдырған килеш...30.03.2019
Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған.

“Toyota Carina” автомобиленең 37 йәшлек водителе алдағы машинаны уҙыу маҡсатында ҡаршы һыҙатҡа сығып, “Scania”, унан “MAN” йөк машиналарына бәрелгән.

Уның 26 йәшлек пассажиры шул урында йән биргән. Водителдең үҙен ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатҡандар. Асыҡланыуынса, ул иҫерек килеш транспортҡа идара иткәне өсөн водитель танытмаһын алдырған булған. Әле фажиғәле хәлде тикшереү эше бара.

Дөйөм алғанда, үткән тәүлектә республика юлдарында туғыҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған, 14-е төрлө йәрәхәт алған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡағиҙә боҙоуҙың 3200 осрағы асыҡланған, иҫерек килеш рулгә ултырған 91 водитель тотолған.


Вернуться назад