Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?29.03.2019
Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә ғәйеп булған. Ул Брянск урамындағы йорттарынан сығып киткән. Икенсе ҡыҙыҡай – Раиса Гавриленко Стәрлетамаҡта 26 мартта юғалған.

Полиция битараф булмаған барлыҡ кешеләргә мөрәжәғәт итеп, уларҙы эҙләшеүҙә ярҙам һорай.

Дарьяның билдәләре: төҫкә 16-17 йәшлек, буйы 170 сантиметр, муйынынан һары сәсле, күҙҙәре күк. Юғалған көнөндә ҡара-күк куртка һәм ҡара джинсы салбар кейгән булған. Әгәр уны күрһәгеҙ, ошо телефондарға шылтыратығыҙ: 8 (996) 104−38−07, 8 (927) 317−73−66, 279−59−39.

Раисаның буйы 160 сантиметр, төҫкә 18-20 йәшлек, күҙҙәре көрән, сәсе оҙон. Уң яҡ ҡушар һөйәгендә яра эҙе бар, уң ҡулындағы ике бармағына балдаҡтар кейгән, кулонлы сылбыры һәм алтын алҡаһы бар. Юғалған көндө ҡара күн куртка, аҡ футболка, көрән молниялы олимпийка, оҙон итәк һәм ҡара итек кейгән. Уның тураһында берәй хәбәр ишеткәндәргә 8 (961) 35−90−407, 8 (3473) 20−45−34 телефондарына шылтыратыуҙы һорайҙар.


Вернуться назад